Төп мәғлүмәткә күсеү

ҒАИЛӘ ӨСӨН ЯРҘАМ | АТА-ӘСӘЛӘР

Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 1-се өлөш. Уҡырғамы йә ҡарарғамы?

Ни өсөн балаларға китап уҡыу мөһим. 1-се өлөш. Уҡырғамы йә ҡарарғамы?

 Балағыҙ нисек ял итергә ярата: видео ҡараймы йәки уҡыймы? Ҡулында йышыраҡ нимә тота: смартфонмы йәки китапмы?

 Һуңғы йылдарҙа китаптың конкуренттары күбәйҙе: тәүҙә телевизор, шунан күп төрлө онлайн-күңел асыуҙар. 1990 йылда уҡ психолог һәм педагог Джейн Хили «Психика ҡурҡыныс аҫтында» тигән китабында: «Китап уҡыу бөтөнләй юҡҡа сығырға мөмкин», — тип яҙған (Endangered Minds).

 Ул ваҡытта был һүҙҙәр шаштырыу булып күренгәндер, моғайын. Әммә бөгөн, тиҫтәләгән йылдар үткәс, хәҙерге технологиялар киң ҡулланылған илдәрҙә эшләүсе педагогтар дөйөм алғанда балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең уҡыу һәләте үҫешмәгәнен билдәләй.

Был мәҡәләлә

 Ни өсөн китап уҡыу балалар өсөн мөһим?

  •   Уҡыу күҙ алдына килтереү һәләтен үҫтерә. Китаптағы геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәте ниндәй? Уларҙың тауыштары нисек яңғырай? Улар йәшәгән мөхит ниндәй? Яҙыусы ҡайһы бер нәмәләрҙе генә әйтеп бирә, ҡалғанын уҡыусы үҙе күҙ алдына килтерергә тейеш.

     «Һәр бер фильм йә видеоролик — был кемдеңдер фантазияһы, — ти Лора исемле әсәй кеше. — Әлбиттә, видео ҡарау ҡыҙыҡ, әммә уҡыуҙың үҙ матурлығы бар, сөнки авторҙың һүҙҙәрен һин үҙең күҙ алдыңа килтереп йәнләндерәһең».

  •   Уҡыу шәхесте формалаштыра. Уҡыу балаларға, проблемаларға анализ яһап, уларҙы хәл итергә ярҙам итә. Бынан тыш, ул иғтибарлы булырға өйрәтә. Уҡыу тотанаҡлыҡ, сабырлыҡ, кеше хәленә инә белеү кеүек сифаттар үҫтерә.

     Эйе, кеше хәленә инә белеү! Ҡайһы бер педагогтар һәм психологтар уйлауынса, ҡабаланмай, уйланып уҡыу баланы китаптағы персонаждың хистәрен аңларға өйрәтә. Ә был, үҙ сиратында, балаға тормошта ла башҡаларға иғтибарлы булырға һәм уларҙың хәлен аңлай белергә ярҙам итә.

  •   Уҡыу тәрән уйланырға өйрәтә. Иғтибар менән уҡыусы үҙ тиҙлеге менән уҡый. Кәрәк булһа, ул нимәнелер яңынан уҡый ала. Был уға автор әйтергә теләгән фекерҙе аңларға, материалды иҫтә ҡалдырырға һәм унан һабаҡ алырға ярҙам итә (1 Тимофейға 4:15).

     Джозеф исемле атай кеше былай ти: «Уҡыған ваҡытта һин мәғлүмәт тураһында уйлана алаһың, белгәндәрең менән сағыштырып, уны нисек ҡулланып булыуын аңлайһың. Ә видео ҡарағанда тәрән уйланырға мөмкинлек булмай».

 Һығымта яһайыҡ. Фильм һәм видеороликтарҙың үҙ ыңғай яҡтары бар. Ләкин әгәр бала аҙ уҡыһа, мөһим нәмәләрҙән мәхрүм ҡала.

 Баланы нисек китап уҡырға дәртләндерергә?

  •   Мөмкин тиклем иртәрәк башлағыҙ. Ике улы булған Хлоя былай тип һөйләй: «Беҙ балаларыбыҙға китапты улар әле минең эсемдә булған саҡта уҡ уҡый башланыҡ һәм улар тыуғас та дауам иттек. Бирешмәгәнебеҙгә шатланабыҙ, сөнки ваҡыт уҙыу менән китап уҡыу, хатта күңел асыу өсөн генә уҡыу, уларҙың тормошоноң өлөшө булып китте».

     Изге Яҙманан принцип: «Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит» (2 Тимофейға 3:15).

  •   Кәрәкле шарттар булдырығыҙ. Өйөгөҙҙә китап уҡыр өсөн уңайлы шарттар булдырығыҙ һәм китаптар һәр ваҡыт ҡул аҫтында булһын. «Балағыҙға оҡшаған китаптар һайлап алығыҙ ҙа уларҙы уның карауаты янына һалығыҙ», — тип кәңәш бирә дүрт бала әсәһе Тамара.

     Изге Яҙманан принцип: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр. Ул ҡартайғас та, унан ситкә тайпылмаҫ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6).

  •   Интернет ҡулланыуҙы сикләгеҙ. Дэниэл исемле атай кеше берәр кисте гаджеттарһыҙ үткәрергә тәҡдим итә. Ул былай ти: «Беҙ аҙнаһына бер генә кисте булһа ла тыныс ҡына, телевизор ҡарамай үткәрергә тырышабыҙ. Был ваҡытта беҙ бергәләп йә һәр кем үҙ аллы уҡыйбыҙ».

     Изге Яҙманан принцип: «Иң яҡшыларҙы һайлап ала беле[геҙ]» (Филиптарға 1:10).

  •   Үрнәк күрһәтегеҙ. Ике ҡыҙы булған Карина ошондай кәңәш бирә: «Илһамланып уҡығыҙ! Балағыҙ һеҙҙең мауығып, күңел һалып уҡығанығыҙҙы күрһен. Шул саҡта ул да һеҙҙең үрнәккә эйәрер».

     Изге Яҙманан принцип: «Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер» (1 Тимофейға 4:13).

 Китап уҡыу һәр бер бала өсөн мауыҡтырғыс шөғөл булып китмәҫ. Әммә онотмағыҙ, һеҙҙең илһамланып уҡыу тәьҫир итмәй ҡалмаҫ. Ике ҡыҙы булған Дэвид тағы бер фекер менән бүлешә: «Мин һәр ваҡыт ҡыҙҙарым уҡыған китаптарҙы уҡыным. Шулай итеп уларҙы нимә ҡыҙыҡһындырғанын күрҙем, һәм беҙҙең һәр ваҡыт һөйләшер өсөн уртаҡ темалар булды. Был бәләкәй генә китап уҡыусылар клубы ине. Шул ваҡытты йылылыҡ менән иҫемә төшөрәм!»