Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн атай-әсәйем мине күңел асып алырға ебәрмәй?

Ни өсөн атай-әсәйем мине күңел асып алырға ебәрмәй?

Ошондай хәлде күҙ алдыңа килтер.

Һин кисәгә барырға теләйһең, әммә атай-әсәйеңдең һине ебәреренә шикләнәһең. Түбәндәге варианттарҙың ҡайһыһын һайлар инең?

  1.  ҺОРАП ТОРМАЙ ҒЫНА СЫҒЫП КИТЕРГӘ

  2.  РӨХСӘТ ҺОРАМАҪҠА ҺӘМ ӨЙҘӘ ҠАЛЫРҒА

  3.  РӨХСӘТ ҺОРАРҒА

 1. ҺОРАП ТОРМАЙ ҒЫНА СЫҒЫП КИТЕРГӘ

 Был вариант файҙаһына ниндәй аргументтар килтереп була? Дуҫтарың һинең әсәйең итәгенә йәбешеп йәшәмәгәнеңде күрергә тейеш. Һин, ҡайҙа барырға, ҡайҙа бармаҫҡа икәнен үҙем хәл итә алам, тип иҫәпләйһең (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:18).

 Эҙемтәләре. Дуҫтарың атай-әсәйеңде алдағаныңды аңлар. Тимәк, һин ҡасан да булһа дуҫтарыңды ла алдаясаҡһың. Ата-әсәйең, барыһын да белеп ҡалһа, асыуланыр һәм һине инде башҡа бер ҡайҙа ла ебәрмәҫ (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:15).

 2. РӨХСӘТ ҺОРАМАҪҠА ҺӘМ ӨЙҘӘ ҠАЛЫРҒА

 Был вариант файҙаһына ниндәй аргументтар килтереп була? Һин уйланың һәм, әгәр барһам, үҙ принциптарымдан баш тартҡан булып сығам, тигән ҡарарға килдең. Йә булмаһа, компанияла насар репутациялы йәштәр буласағы хаҡында белеп ҡалдың (1 Коринфтарға 15:33; Филиптарға 4:8). Әммә, бәлки, һинең унда барыбер барғың киләлер, тик рөхсәт һорарға ғына ҡурҡаһыңдыр.

 Эҙемтәләре. Әгәр үткәреләсәк күңел асыу һиндә шик тыуҙыра икән, дуҫтарыңа «бармайым» тип ҡәтғи рәүештә әйтеү еңелерәк булыр. Әммә һин атай-әсәйеңдән рөхсәт һорарға батырсылығың етмәгәнгә генә бармағанһың икән, ул саҡта өйҙә үҙеңде йәлләп ултырырға ғына ҡала.

 3. РӨХСӘТ ҺОРАРҒА

 Был вариант файҙаһына ниндәй аргументтар килтереп була? Һин ата-әсәйеңдең фекерен ихтирам итәһең һәм уларҙы тыңларға тейеш икәнеңде аңлайһың (Колосстарға 3:20). Һин уларҙы яратаһың һәм, өйҙән шыпырт ҡына сығып китеп, уларҙың күңелен яраларға теләмәйһең (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:1). Өҫтәүенә, был уларға үҙ дәлилдәреңде аңлатып биреү өсөн һәйбәт мөмкинлек бирә.

 Эҙемтәләре. Атай-әсәйең үҙҙәрен яратыуыңды, хөрмәт итеүеңде күрер. Әгәр уларға һинең дәлилдәрең төплө булып күренһә, улар һине ебәрер.

Улар ни өсөн рөхсәт итмәҫкә мөмкин?

Пляждағы ҡотҡарыусылар кеүек, атай-әсәйеңә хәүефте күреү еңелерәк

 Сәбәптәрҙең береһен ошолай һүрәтләп бирергә була: әйтәйек, һин һыу инергә теләйһең, ти, ике пляждың береһендә ҡотҡарыусы бар, икенсеһендә — юҡ. Һин ҡайһыһын һайлар инең? Яуап билдәле, сөнки рәхәтләнеп һыу ингәндә, һин хәүефте һиҙмәҫкә лә мөмкинһең. Әммә ҡотҡарыусы үҙенең күҙәтеү пунктынан ярҙам кәрәклеген шунда уҡ күреп ҡала. Шуның кеүек үк, атай-әсәйең дә күп белеме һәм тормош тәжрибәһе ярҙамында һин күрмәгән йәшерен ҡурҡынысты күрергә мөмкин. Яр буйындағы ҡотҡарыусы кеүек үк, улар ҙа һинең ялыңды боҙорға теләмәй. Киреһенсә, улар һине ҡайғы-хәсрәттән һаҡларға теләй.

 Икенсе сәбәп. Атай-әсәйең һине нисек тә булһа яҡларға теләй. Тап яратҡан өсөн дә улар, нимәнелер рөхсәт итә алһа, «эйе», ә рөхсәт итә алмаһа, «юҡ», тип әйтә. Һин рөхсәт һораған һайын, улар башта үҙ-үҙенән, уның үтенесен үтәй, ә һуңынан эҙемтәләре өсөн яуап бирә алабыҙмы, тип һорай. Улар, һинең менән барыһы ла яҡшы буласағына ышанғас ҡына, башта — үҙ-үҙенә, ә һуңынан һиңә «эйе», тип әйтә.

Рөхсәт алыу мөмкинлеген нисек арттырырға

Һиңә нимә ярҙам итер?

 Намыҫлы булыу. Башта намыҫ менән үҙ-үҙеңдән һора: «Ни өсөн мин унда барырға теләйем? Бөтә сәбәп сараның үҙенә бәйлеме, әллә башҡаларҙан айырылып торорға теләмәйемме? Ә, бәлки, унда мин оҡшатҡан кеше булалыр?» Шунан һуң атай-әсәйең менән үҙеңде намыҫлы тот. Улар ҙа ҡасандыр йәш булған бит, етмәһә, улар һине яҡшы белә. Шуға күрә улар, моғайын, һинең ысын ынтылыштарыңды аңлар. Улар эскерһеҙлегеңде баһалар, ә һин төплө кәңәш ишетерһең (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:1, 2). Ә инде атай-әсәйеңде алдарға маташһаң, уларҙың ышанысын юғалтырһың һәм үҙеңде ҡайҙалыр ебәрерҙәр тип уйлама ла.

 Ваҡытты дөрөҫ һайлау. Атай-әсәйең эштән арып ҡайтҡан йә берәй эш менән мәшғүл булған мәлдә ҡайҙалыр барырға рөхсәт һорау — бик үк дөрөҫ ҡарар түгел. Уңайлыраҡ мәлде көт. Әммә, һуңғы минутҡа тиклем һуҙып, уларҙан ашығыс яуап талап итмә. Улар ашығыс ҡарар ҡабул итергә һис тә теләмәҫ. Уларҙың уйларға ваҡыты булһын өсөн, үтенесең хаҡында алдан әйтеп ҡуй.

 Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү. Нимә эшләргә йыйыныуың хаҡында атай-әсәйеңә асыҡ итеп һөйләп бир. Ҡойроҡ болғама! Ниндәйерәк компания йыйыла, ололар буламы, һине нисәләрҙә көтөргә тип һорағанда, «белмәйем» тигән яуабың уларға һис тә оҡшамаҫ.

 Дөрөҫ ҡарашлы булыу. Атай-әсәйең һиңә дошман түгел. Беҙ бер команда тип иҫәплә, был ысындан да шулай бит. Атай-әсәйең үҙең яҡлы икәнен аңлаһаң, һиңә рөхсәт алыр өсөн «көрәшергә» кәрәк булмаҫ, ә улар иһә үтенестәреңде теләберәк үтәр.

 Атай-әсәйең, уларҙың ҡарарын хөрмәт менән ҡабул итер өсөн, һинең етәрлек дәрәжәлә үҫеп еткәнеңде күрһен. Шул саҡта һин уларҙың хөрмәтен яуларһың, һәм, бәлки, киләһе юлы улар теләберәк «эйе» тип яуап бирер.