Төп мәғлүмәткә күсеү

Алланың миңә ҡарата ихтыяры ниндәй?

Алланың миңә ҡарата ихтыяры ниндәй?

Изге Яҙманан яуап

 Алла һеҙҙең уны белеүегеҙҙе, уға яҡынлашыуығыҙҙы, уны бөтә йөрәгегеҙ менән яратыуығыҙҙы һәм бөтә йәнегеҙ менән уға хеҙмәт итеүегеҙҙе теләй (Матфай 22:37, 38; Яҡуб 4:8). Ғайсаның тормошо һәм өйрәтеүҙәре Алла ихтыярын үтәү нимә аңлата икәнен асыҡ күрһәтә (Яхъя 7:16, 17). Ғайса Алланың ихтыяры хаҡында һөйләп кенә йөрөмәгән, уның ихтыярын үтәп йәшәгән. Ул хатта тормошоноң мәғәнәһе тураһында: «Мине Ебәреүсенең ихтыярын башҡарырға килдем», — тип әйткән (Яхъя 6:38).

Алланың үҙемә ҡарата ихтыярын белер өсөн, миңә күктән берәй билдә йә күренеш алыу йәиһә күктән тауыш ишетеү кәрәкме?

 Юҡ, сөнки Алланың кешеләргә еткерергә теләгән бар хәбәре Изге Яҙмала яҙылған. Был китапта кеше «бөтөн яҡшы эшкә лә әҙер» булһын өсөн бар кәрәклеһе лә бар (2 Тимофейға 3:16, 17). Алла уның үҙегеҙгә ҡарата ихтыярын белеүегеҙҙе теләй, бының өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә һәм «аҡылығыҙҙы ҡулланырға» кәрәк (Римдарға 12:1, 2, ЯДТ; Ефестарға 5:17).

Мин ысынлап та Алла ихтыярын үтәй аламмы?

 Эйе, сөнки Изге Яҙмала: «Уның [Алланың] әмерҙәре ауыр түгел», — тиелә (1 Яхъя 5:3). Әммә был аят Алла ҡушҡанса йәшәү һәр саҡ еңел тигәнде аңлатмай. Әлбиттә, тырышлыҡ талап ителәсәк, ләкин алған фатихалар күпкә күберәк буласаҡ. Ғайса былай тигән: «Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28).