Төп мәғлүмәткә күсеү

Асылыш китабының 13-сө бүлегендә иҫкә алынған януар нимәне символлаштыра?

Асылыш китабының 13-сө бүлегендә иҫкә алынған януар нимәне символлаштыра?

Изге Яҙманан яуап

 Асылыш 13:1-ҙә иҫкә алынған ете башлы януар бөтә донъя сәйәси системаны символлаштыра.

  •   Уның хакимлығы, көсө һәм тәхете бар, ә был сәйәсәт менән бәйле булыуҙы күрһәтә (Асылыш 13:2).

  •   Уға «һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән» хакимлыҡ бирелгән, тимәк ул ниндәйҙер бер илдең генә хөкүмәте түгел (Асылыш 13:7).

  •   Был януарға Данил 7:2—8-ҙә һүрәтләнгән дүрт януарҙың үҙенсәлектәре хас: ул ҡапланға оҡшаған, табандары айыуҙыҡы, ауыҙы арыҫландыҡы, һәм ун мөгөҙө бар. Данил пәйғәмбәрлегендәге януарҙар — бөтә донъя менән сиратлап хакимлыҡ итеүсе конкрет батшалар һәм батшалыҡтар (Данил 7:17, 23). Тимәк, Асылыш китабының 13 бүлегендә һүрәтләнгән януар — йыйылма сәйәси ойошма.

  •   Ул «диңгеҙҙән», йәғни ҡоторонған кешеләр массаһынан сыға, ул — кеше хөкүмәттәренең сығанағы (Асылыш 13:1; Ишағыя 17:12, 13).

  •   Изге Яҙмала, януарҙың һаны йәки исеме — 666, ул «кеше һаны», тип әйтелә (Асылыш 13:17, 18). Был һүҙҙәр Асылыш китабының 13 бүлегендәге януарҙың рух йәки ен түгел икәнен күрһәтә. Уға кеше тәбиғәте хас.

 Халыҡтарҙың фекерҙәре йыш ҡына тура килмәһә лә, улар барыһы ла Алла Батшалығына буйһонорға түгел, ә үҙ хакимлыҡтарын һаҡлап ҡалырға теләй (Зәбур 2:2). Бынан тыш улар, Армагеддонда Ғайса Мәсих етәкселегендәге Алла ғәскәренә ҡаршы көрәшер өсөн, үҙ көстәрен берләштерәләр, әммә был һуғышта улар юҡ ителәсәк (Асылыш 16:14, 16; 19:19, 20).

«Ун мөгөҙ һәм ете баш»

 Изге Яҙмала ҡайһы бер һандар символик мәғәнәлә ҡулланыла. Мәҫәлән, ун һәм ете һандары тулылыҡты аңлата. Асылыш китабының 13 бүлегендәге «ун мөгөҙ һәм ете баштың» мәғәнәһен аңларға Асылышта һуңыраҡ һүрәтләнгән «януар һыны» — ете башлы һәм ун мөгөҙлө ҡып-ҡыҙыл януар — ярҙам итә (Асылыш 13:1, 14, 15; 17:3). Изге Яҙмала әйтелгәнсә, был ҡыҙыл януарҙың ете башы «ете батша», йәғни ете хөкүмәтте аңлата (Асылыш 17:9,10).

 Тап шулай уҡ Асылыш 13:1-ҙәге януарҙың ете башы ете хөкүмәтте — тарих дауамында өҫтөнлөк итеүсе һәм Алла халҡын йәберләүҙә төп роль уйнаусы сәйәси көстәрҙе аңлата. Улар — Мысыр, Ассирия, Вавилон, Мидия-Фарсы, Греция, Рим һәм Англия-Америка державаһы. Ун мөгөҙ бөтә уҙ аллы хөкүмәттәрҙе аңлатҡанына нигеҙләнеп, шундай һығымта яһап була: һәр мөгөҙҙәге таж һәр халыҡтың теге йәки был замандағы төп сәйәси көс менән бер ваҡытта идара итеүен күрһәтә.