Төп мәғлүмәткә күсеү

Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?

Ысынлап та аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башымы?

Изге Яҙманан яуап

 Юҡ. Күп кеше: «Аҡса — бөтөн яуызлыҡтың башы», — тип әйтә. Әммә Изге Яҙмала, аҡса — ул яуызлыҡ һәм бөтә проблемаларҙың сәбәбе, тип әйтелмәй. Шулай ҙа Изге Яҙмала бындай һүҙҙәр яҙылған: «Һәр ҡайһы яуызлыҡтың тамыры — аҡса яратыу» (1 Тимофейға 6:10, ЯДТ).

 Изге Яҙмала аҡса тураһында нимә әйтелә?

 Изге Яҙмала, аҡсаға дөрөҫ ҡараш булһа, ул тормошта ярҙам итә һәм хатта «яҡлау бирә», тип әйтелә (Вәғәзсе 7:12). Унда шулай уҡ йомартлыҡ күрһәткән, шул иҫәптән аҡсаларын башҡалар менән бүлешкән кешеләр маҡтап телгә алына (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25).

 Ләкин шул уҡ ваҡытта Изге Яҙма аҡсаның тормошта иң мөһим нәмәгә әйләнеүенән киҫәтә. Унда: «Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ», — тип әйтелә (Еврейҙарға 13:5). Бының асылы шул: аҡсаға дөрөҫ ҡараш булдырыу һәм байлыҡ артынан ҡыумау мөһим. Ысынлап та кәрәк нәмәләр — ризыҡ, кейем һәм торлағыбыҙ булһа, шуның менән риза була белергә кәрәк (1 Тимофейға 6:8).

 Ни өсөн Изге Яҙма аҡса яратыуҙан киҫәтә?

 Ҡомһоҙ кешеләр мәңге йәшәмәйәсәк (Ефестарға 5:5). Ни өсөн? Сөнки, беренсенән, ҡомһоҙлоҡ — боттарға табыныуҙың бер төрө (Колосстарға 3:5). Икенсенән, ҡомһоҙ кешеләр, үҙ теләктәрен ҡәнәғәтләндерергә ынтылып, йыш ҡына әхлаҡи принциптарҙы боҙа. Ғибрәтле һүҙҙәр 28:20-лә: «Байығырға ашығыусы ғәйепһеҙ ҡалмаҫ», — тип әйтелә. Ниндәй ғәйеп? Аҡса өсөн ҡомһоҙ кеше шантаж, ҡурҡытып талау, мутлашыу, кеше урлау йә үлтереү кеүек енәйәттәр ҡылырға мөмкин.

 Хатта аҡса яратыу кешене ундай эштәргә этәрмәһә лә, ул бүтән насар эҙемтәләргә килтерә ала. Изге Яҙмала, «байырға теләүселәр ҡотҡоға бирелә... мәғәнәһеҙ, зарарлы байтаҡ теләктәрҙең тоҙағына эләгә», тип әйтелә (1 Тимофейға 6:9).

 Изге Яҙмалағы аҡсаға ҡағылышлы кәңәштәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?

 Әгәр беҙ аҡса тип үҙебеҙҙең әхлаҡи принциптарҙы һәм рухи ғәҙәттәребеҙҙе боҙмаһаҡ, үҙ-үҙебеҙҙе хөрмәт итербеҙ һәм Алланың хуплауын, ярҙамын алырбыҙ. Үҙен ҡыуандырып йәшәргә теләгән кешеләргә Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», — тип вәғәҙә итә (Еврейҙарға 13:5, 6). Ул шулай уҡ беҙҙе, «тоғро кеше мул фатихалар урыр», тип ышандыра (Ғибрәтле һүҙҙәр 28:20).