Төп мәғлүмәткә күсеү

Мәсихселәргә контрацептивтар ҡулланырға яраймы?

Мәсихселәргә контрацептивтар ҡулланырға яраймы?

Изге Яҙманан яуап

 Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәренә бала табып үҫтерергә, йәки киреһенсә, никахта бала тапмайынса йәшәргә әмер бирмәгән. Уның шәкерттәре лә ундай күрһәтмәләр бирмәгән. Изге Яҙманың бер ерендә лә туранан тура контрацептивтар ҡулланыуға ҡағылышлы һүҙҙәр юҡ. Был осраҡта Римдарға 14:12-лә яҙылған принцип урынлы: «Һәр беребеҙ үҙе тураһында Алла алдында хисап тотасаҡ».

 Шуға күрә ир менән ҡатын ғаиләләрендә бала булырмы-юҡмы, ә булһа, күпме һәм ҡасан буласағын үҙҙәре хәл итә. Әгәр улар ауырға ҡалыуҙан һаҡланыу өсөн контрацептивтар (абортһыҙ саралар) ҡулланырға булһа, был уларҙың ҡарары булып ҡала һәм улар үҙҙәре был ҡарар өсөн яуап тота. Уларҙы бер кем дә хөкөм итергә тейеш түгел (Римдарға 14:4, 10—13).