Төп мәғлүмәткә күсеү

Мәсихкә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр Ғайса пәйғәмбәрҙә үтәлгәнме?

Мәсихкә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәр Ғайса пәйғәмбәрҙә үтәлгәнме?

Изге Яҙманан яуап

 Эйе. Ерҙә йәшәгән сағында Ғайсала «Мәсих Етәксе» тураһындағы күп пәйғәмбәрлектәр үтәлгән. Был пәйғәмбәрлектәр буйынса, Ғайса «донъяны Ҡотҡарыусы» булырға тейеш булған (Данил 9:25; 1 Яхъя 4:14). Хатта уның үлеменән һуң да Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәр үтәлеүен дауам иткән (Зәбур 110:1; Ғәмәлдәр 2:34—36).

 «Мәсих» тигән һүҙ нимәне аңлата?

 Маши́ах (мәсих) тигән еврей һүҙе һәм христо́с тигән грек һүҙе «майланған Зат» тигәнде аңлата. Шулай итеп, «Ғайса Мәсих» ул «майланған Ғайса» тигән һүҙ.

 Элекке заманда кешегә хакимлыҡ бирелгәнен күрһәтер өсөн, йыш ҡына уны майлағандар, йәғни уның башына май ҡойғандар (Левиттар 8:12; 1 Самуил 16:13). Алла Ғайсаға ҙур хакимлыҡ биргән — уны Мәсих итеп билдәләгән (Ғәмәлдәр 2:36). Әммә ул Ғайсаны май менән түгел, ә үҙенең изге рухы менән майлаған (Матфей 3:16).

 Мәсих тураһындағы пәйғәмбәрлектәр тағы берәй кешелә үтәлә алғанмы?

 Юҡ. Һәр кешенең бармаҡ эҙҙәре уның үҙенә генә хас булған кеүек, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр ҙә Мәсихтә генә үтәлгән. Шулай ҙа Инжилдә бындай иҫкәртеү бар: «Ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр баш ҡалҡытыр. Улар, әгәр булдыра алһалар, хатта һайлап алынғандарҙы юлдан яҙҙырыу өсөн, иҫ киткес хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәтер» (Матфей 24:24).

 Мәсих әлегә килмәгән, уны көтөргә кәрәк, тигән фекер дөрөҫмө?

 Юҡ. Зәбур китабында, Мәсих Дауыт батшаның нәҫеленән сығыр, тип алдан яҙылған булған (Зәбур 89:3, 4). Ләкин йәһүдтәрҙең Дауытҡа илткән шәжәрәләр хаҡындағы яҙыуҙары б. э. 70 йылында римдар Иерусалимды яулап алғанда юҡ ителгән, күрәһең a. Шул ваҡыттан бирле бер кем дә үҙенең Дауыт батша нәҫеленән булғанын раҫлай алмай. Ғайса көндәрендә иһә ул шәжәрәләр әле булған, шуға хатта Ғайсаның дошмандары ла уның Дауыт нәҫеленән булғанын кире ҡаға алмаған (Матфей 22:41—46).

 Изге Яҙмала Мәсих тураһында күпме пәйғәмбәрлек яҙылған?

 Мәсихкә ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙең һанын теүәл генә билдәләү мөмкин түгел. Изге Яҙмалағы берәй өҙөк Мәсихкә ҡағылһа ла, ундағы пәйғәмбәрлектәр һанына килгәндә, фекерҙәр төрлө булырға мөмкин. Мәҫәлән, Ишағыя 53:2—7-лә Мәсих тураһында пәйғәмбәри һүрәтләмә килтерелә, унда төрлө үҙенсәлектәр һанап кителә. Ҡайһы берәүҙәр был өҙөктө бер пәйғәмбәрлек тип һанай, икенселәре иһә һәр үҙенсәлекте айырым бер пәйғәмбәрлек итеп күрә.

 Ғайсала үтәлгән пәйғәмбәрлектәрҙең ҡайһы берҙәре

Пәйғәмбәрлек

Ҡайҙа яҙылған

Нисек үтәлгән

Ибраһимдың нәҫеленән сығыр

Башланмыш 22:17, 18

Матфей 1:1

Ибраһимдың улы Исхаҡтың нәҫеленән сығыр

Башланмыш 17:19

Матфей 1:2

Йәһүҙә ҡәбиләһендә тыуыр

Башланмыш 49:10

Матфей 1:1, 3

Дауыт батшаның нәҫеленән сығыр

Ишағыя 9:7

Матфей 1:1

Ғиффәтле ҡыҙҙан тыуыр

Ишағыя 7:14

Матфей 1:18, 22, 23

Вифлеемда тыуыр

Миҡай 5:2

Матфей 2:1, 5, 6

Уны Еммануил b тип атарҙар

Ишағыя 7:14

Матфей 1:21—23

Тәүҙә күренекле булмаҫ

Ишағыя 53:2

Лука 2:7

Уның тыуыуынан һуң балаларҙың үлтерелеүе

Иремия 31:15

Матфей 2:16—18

Мысырҙан саҡырып алыныр

Осия 11:1

Матфей 2:13—15

Уны назаралы c тип атарҙар

Ишағыя 11:1

Матфей 2:23

Уның алдынан хәбәрсе ебәрелер

Малахи 3:1

Матфей 11:7—10

Б. э. 29 йылында Мәсих итеп майланыр d

Данил 9:25

Матфей 3:13—17

Алла уны үҙ Улы тип таныр

Зәбур 2:7

Ғәмәлдәр 13:33, 34

Алла йортона ашҡыныу менән янып торор

Зәбур 69:9

Яхъя 2:13—17

Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр

Ишағыя 61:1

Лука 4:16—21

Уның Галилеялағы хеҙмәте бөйөк яҡтылыҡ булыр

Ишағыя 9:1, 2

Матфей 4:13—16

Муса пәйғәмбәр кеүек мөғжизәләр ҡылыр

Ҡанун 18:15

Ғәмәлдәр 2:22

Муса пәйғәмбәр кеүек Алла хәбәрен тапшырыр

Ҡанун 18:18, 19

Яхъя 12:49

Күптәрҙе һауыҡтырыр

Ишағыя 53:4

Матфей 8:16, 17

Үҙенә иғтибар йәлеп итмәҫ

Ишағыя 42:2

Матфей 12:17, 19

Ауырлыҡ күргәндәрҙе ҡыҙғаныр

Ишағыя 42:3

Матфей 12:9—20; Марк 6:34

Алланың ғәҙеллеген иғлан итер

Ишағыя 42:1, 4

Матфей 12:17—20

Ғәжәп кәңәшсе

Ишағыя 9:6, 7

Яхъя 6:68

Йәһүәнең исемен иғлан итер

Зәбур 22:22

Яхъя 17:6

Кинәйәле ҡиссалар аша һөйләр

Зәбур 78:2

Матфей 13:34, 35

Етәксе

Данил 9:25

Матфей 23:10

Күптәр уға ышанмаҫ

Ишағыя 53:1

Яхъя 12:37, 38

Абыныу ташы булыр

Ишағыя 8:14, 15

Матфей 21:42—44

Кешеләр уны кире ҡағыр

Зәбур 118:22, 23

Ғәмәлдәр 4:10, 11

Бер сәбәпһеҙ нәфрәт ителер

Зәбур 69:4

Яхъя 15:24, 25

Иерусалимға ишәккә атланып тантаналы рәүештә инер

Зәкәриә 9:9

Матфей 21:4—9

Уны балалар данлар

Зәбур 8:2

Матфей 21:15, 16

Йәһүә исеме хаҡына килер

Зәбур 118:26

Яхъя 12:12, 13

Яҡын дуҫы уға хыянат итер

Зәбур 41:9

Яхъя 13:18

Уны 30 көмөш тәңкәгә һатырҙар e

Зәкәриә 11:12, 13

Матфей 26:14—16; 27:3—10

Дуҫтары уны ташлап китер

Зәкәриә 13:7

Матфей 26:31, 56

Ялған шаһиттар уға ҡаршы һөйләр

Зәбур 35:11

Матфей 26:59—61

Ғәйепләүҙәр ваҡытында өндәшмәй торор

Ишағыя 53:7

Матфей 27:12—14

Уға төкөрөрҙәр

Ишағыя 50:6

Матфей 26:67; 27:27, 30

Башына таяҡ менән һуғырҙар

Миҡай 5:1

Марк 15:19

Уны ҡамсыларҙар

Ишағыя 50:6

Яхъя 19:1

Туҡмалғанда, ҡаршылыҡ күрһәтмәҫ

Ишағыя 50:6

Яхъя 18:22, 23

Хөкүмәт башлыҡтары уға ҡаршы һүҙ ҡуйышыр

Зәбур 2:2

Лука 23:10—12

Ҡулдарынан һәм аяҡтарынан бағанаға ҡаҙаҡланыр

Зәбур 22:16

Матфей 27:35; Яхъя 20:25

Уның кейемен йәрәбә һалып бүлешерҙәр

Зәбур 22:18

Яхъя 19:23, 24

Енәйәтселәр иҫәбенә индерелер

Ишағыя 53:12

Матфей 27:38

Мыҫҡыллауға, мәсхәрәләүгә дусар ителер

Зәбур 22:7, 8

Матфей 27:39—43

Гонаһлы кешеләр өсөн үлер

Ишағыя 53:5, 6

1 Петр 2:23—25

Алла уны ташлаған кеүек күренер

Зәбур 22:1

Марк 15:34

Уға һеркә һәм үт ҡатыш шарап бирерҙәр

Зәбур 69:21

Матфей 27:34

Үлем алдынан һыуһар

Зәбур 22:15

Яхъя 19:28, 29

Үҙенең рухын Аллаға тапшырыр

Зәбур 31:5

Лука 23:46

Үҙ ғүмерен ҡорбан итер

Ишағыя 53:12

Марк 15:37

Гонаһты юҡҡа сығарыр өсөн йолом түләр

Ишағыя 53:12

Матфей 20:28

Бер һөйәге лә һындырылмаҫ

Зәбур 34:20

Яхъя 19:31—33, 36

Сәнселгән булыр

Зәкәриә 12:10

Яхъя 19:33—35, 37

Байҙар янына ерләнер

Ишағыя 53:9

Матфей 27:57—60

Терелтелер

Зәбур 16:10

Ғәмәлдәр 2:29—31

Уға хыянат итеүсенең хеҙмәтен башҡа берәү алыр

Зәбур 109:8

Ғәмәлдәр 1:15—20

Алланың уң яғына ултыртылыр

Зәбур 110:1

Ғәмәлдәр 2:34—36

a Бер энциклопедияла былай тиелә: «Еврей ҡәбиләләренең һәм ғаиләләренең шәжәрәләре Иерусалим емерелгәнгә тиклем түгел, ә ул емерелгән саҡта юҡҡа сыҡҡан. Быға тамсы ла шик юҡ» («McClintock and Strong’s Cyclopedia»).

b Еммануил тигән еврей исеме «Алла беҙҙең менән» тигәнде аңлата һәм Ғайсаның Мәсих ролен үтәгәненә тап килә. Уның ерҙәге тормошо һәм эштәре Алланың үҙ хеҙмәтселәре менән булыуын раҫлай (Лука 2:27—32; 7:12—16).

c Күрәһең, был һүҙ еврей телендәге не́цер һүҙенән килеп сыҡҡан, ул «үҫенте» тигәнде аңлата.

d Изге Яҙма хронологияһы буйынса, Мәсих б. э. 29 йылында килергә тейеш булған. Был хаҡта күберәк белер өсөн, «Мәсихтең килеүе тураһында Данил пәйғәмбәрлеге» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e Был пәйғәмбәрлек Зәкәриә китабында килтерелһә лә, Изге Яҙманы яҙыусыларҙың береһе Матфей шул турала: «Иремия пәйғәмбәр аша әйтелгән һүҙҙәр ғәмәлгә ашты», — тип яҙған (Матфей 27:9). Күрәһең, Иремия китабы ҡайһы саҡта Изге Яҙманың «пәйғәмбәрҙәрҙең китаптары» тип аталған өлөшөндә беренсе булып торған (Лука 24:44). Шуға күрә Матфей, «Иремия» тип әйтеп, Зәкәриә китабы ла ингән бөтә китаптар йыйынтығын күҙ уңында тотҡандыр.