Төп мәғлүмәткә күсеү

Холокост нилектән килеп сыҡҡан? Ни өсөн Алла уға юл ҡуйған?

Холокост нилектән килеп сыҡҡан? Ни өсөн Алла уға юл ҡуйған?

 Был һорауҙарҙы биргән кешеләр ғәзиз яҡындарын юғалтып тәрән ҡайғы кисергән. Улар һорауҙарына яуап алыу ғына түгел, йыуаныс та табырға теләй. Күптәр холокостты кеше аҡылына һыймаҫлыҡ ҡанһыҙлыҡ тип иҫәпләй, һәм шул арҡала уларға Аллаға ышаныу ауыр.

Алла һәм холокост хаҡында киң таралған яңылыш ҡараштар

  Яңылыш ҡараш. Ни өсөн Алла холокостҡа юл ҡуйған, тип һорау биреү дөрөҫ түгел.

 Факт. Ныҡ иманлы кешеләр Алланан, ни өсөн ул яуызлыҡты рөхсәт итә, тип һорарға ҡурҡмаған. Мәҫәлән, Абаҡум пәйғәмбәр Алланан былай тип һораған: «Ниңә һин миңә яуызлыҡ күрергә бирәһең? [...] Ниңә минең алдымда һәләкәт һәм мәрхәмәтһеҙлек? Ни өсөн бөтә ерҙә ыҙғыш-талаш һәм һуғыш-ҡаршылыҡ?» (Абаҡум 1:3). Алла бының өсөн Абаҡумға асыуланмаған. Киреһенсә, уның ошо һорауын башҡалар ҙа уҡыһын өсөн, уны Изге Яҙмаға яҙҙыртҡан.

  Яңылыш ҡараш. Алла кешеләрҙең ғазаптарына иғтибар ҙа итмәй.

 Факт. Алла яуызлыҡты күрә алмай һәм ул килтергән ғазаптарға тыныс ҡына ҡарай алмай (Ғибрәтле һүҙҙәр 6:16—19). Нух көндәрендә ер өҫтөндә көс ҡулланыу таралғас, Алланың «йɵрәге әрне[гән]» (Башланмыш 6:5, 6). Шулай уҡ холокост та Аллаға, һис шикһеҙ, әйтеп биргеһеҙ әрнеү килтергән (Малахи 3:6).

  Яңылыш ҡараш. Холокост еврей халҡына Алла биргән яза булған.

 Факт. Беренсе быуатта Алла ысынлап та римдарға Иерусалим ҡалаһын емерергә рөхсәт иткән (Матфей 23:37—24:2). Әммә шул ваҡыттан алып Алла инде бер ваҡытта ла ниндәй ҙә булһа милләткә айырым илтифат та күрһәтмәгән, яза ла бирмәгән. Алла өсөн «йәһүдтәр менән йәһүд булмағандар араһында айырма юҡ» (Римдарға 10:12).

  Яңылыш ҡараш. Яратҡан һәм барыһын да эшләй алған ҡеүәтле Алла ысынлап та булһа, ул холокостҡа юл ҡуймаҫ ине.

 Факт. Алла һис ваҡытта ла ғазаптар ебәрмәй, ул тик билдәле бер осорға уларҙы рөхсәт кенә итә (Яҡуб 1:13; 5:11).

Ни өсөн Алла холокостты рөхсәт иткән?

 Алла бар кешелектең ғазап сигеүен рөхсәт итә, сөнки бик күп йылдар элек күтәрелгән мөһим бер һорау хәл ителергә тейеш. Холокостҡа ла ул тап шул арҡала юл ҡуйған. Әлеге ваҡытта донъя менән Алла түгел, ә Иблис Шайтан идара итә, быны Изге Яҙма ап-асыҡ күрһәтә (Лука 4:1, 2, 6; Яхъя 12:31). Изге Яҙмалағы ике фекергә иғтибар итәйек. Улар беҙгә Алланың ни өсөн холокостты рөхсәт иткәнен аңларға ярҙам итер.

  1.   Алла кешеләргә ихтыяр иреге биргән. Беренсе кешеләргә, Әҙәм менән Һауаға, Алла уларҙан нимә көткәнен аңлатҡан, әммә үҙенә буйһонорға мәжбүр итмәгән. Әҙәм менән Һауа иһә үҙҙәре өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен үҙҙәре хәл итергә булған. Беҙҙең көндәрҙә лә кешеләр шулай эшләй. Ә ундай яңылыш һайлау яһау тарих дауамында бөтә кешелеккә иҫәпһеҙ-һанһыҙ бәлә-ҡаза һәм ғазап килтерә (Башланмыш 2:17; 3:6; Римдарға 5:12). Был «Консерватив иудаизмдың нигеҙҙәрен аңлатыу» тигән китапта яҙылғандарҙы иҫкә төшөрә. Унда былай тиелгән: «Донъялағы ғазаптарҙың күбеһе — үҙебеҙгә бирелгән ихтыяр иреген дөрөҫ ҡулланмауҙың эҙемтәһе» («Statement of Principles of Conservative Judaism»). Алла беҙҙе ихтыяр ирегенән мәхрүм итмәгән, ә үҙенә буйһонмай йәшәп ҡарарға ваҡыт биргән.

  2.   Алла холокост килтергән бар зыянды бөтөрә ала һәм, һис шикһеҙ, бөтөрәсәк. Ул миллиондарса үлгән кешене, шул иҫәптән холокост ҡорбандарын да, яңынан йәшәүгә ҡайтарырға вәғәҙә итә. Холокостты кисергән кешеләрҙең, шул ҡот осҡос ваҡиғаларҙы иҫләп, йөрәге әрней. Алла уларҙы ошо ауыр хәтирәләрҙән мәңгегә азат итәсәк (Ишағыя 65:17; Ғәмәлдәр 24:15). Алланың кешеләрҙе яратыуы уның үҙ вәғәҙәләрен үтәйәсәгенә гарантия булып тора (Яхъя 3:16).

 Холокост ҡорбандары ла, уны кисереп иҫән ҡалғандар ҙа Алланың ни өсөн яуызлыҡты рөхсәт итеүен һәм уны нисек бөтөрәсәген аңлау аша тормош мәғәнәһен тапҡан һәм иманын һаҡлап ҡала алған.