Төп мәғлүмәткә күсеү

Йәһүә шаһиттары креационизмға ышанамы?

Йәһүә шаһиттары креационизмға ышанамы?

 Юҡ. Йәһүә шаһиттары, бөтә нәмәне Алла барлыҡҡа килтергәненә ышанһа ла, креационизм яҡлы түгел. Ни өсөн? Креационизмдың ҡайһы бер идеялары Изге Яҙмаларға ҡаршы килә. Ике миҫал ҡарап сығайыҡ.

  1.   Барлыҡҡа килтереүҙең алты көнөнөң дауамлығы. Ҡайһы бер креационистар раҫлауынса, барлыҡҡа килтереүҙең һәр көнө 24 сәғәт булған. Әммә Изге Яҙмаларҙағы «көн» тигән һүҙ шаҡтай оҙайлы ваҡытты аңлатырға мөмкин (Башланмыш 2:4; Мәҙхиә 90:4).

  2.   Ерҙең йәше. Ҡайһы бер креационистар өйрәткәнсә, Ер ни бары бер нисә мең йыл ғына тора. Ләкин, Изге Яҙмалар буйынса, Ер һәм Ғәләм барлыҡҡа килтереүҙең алты көнө башланғансы уҡ булған (Башланмыш 1:1). Бына ни өсөн Йәһүә шаһиттары, Ер инде миллиардлаған йылдар буйы тора, тигән фәнни мәғлүмәтте кире ҡаҡмай.

 Йәһүә шаһиттары, барлыҡҡа килтереүгә ышанһа ла, фәнде инҡар итмәй. Беҙ, Изге Яҙмалар һәм фән бер-береһенә тура килә, тип һанайбыҙ.