Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раштыуа байрамын үткәрмәй?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раштыуа байрамын үткәрмәй?

Киң таралған яңылыш ҡараштар

  Миф: Йәһүә шаһиттары Ғайса Мәсихкә ышанмай, шуға күрә Раштыуа байрамын үткәрмәй.

 Факт: Беҙ мәсихселәр, һәм ҡотолоу Ғайса Мәсих аша ғына мөмкин булыуына ышанабыҙ (Ғәмәлдәр 4:12).

  Миф: Башҡаларҙы Раштыуа байрамын үткәрмәҫкә өйрәтеп, һеҙ ғаиләләрҙе тарҡатаһығыҙ.

 Факт: Беҙ ғаиләләрҙә именлек булыуын бик теләйбеҙ һәм Изге Яҙма ярҙамында кешеләргә ғаиләләрен нығытырға ярҙам итәбеҙ.

  Миф: Һеҙ Раштыуа байрамына хас булған йомартлыҡ, татыулыҡ менән изге эштәргә ынтылыу рухын сағылдырмайһығыҙ.

 Факт: Беҙ көн дә йомарт булырға һәм татыулыҡ һаҡларға тырышабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 11:25; Римдарға 12:18). Мәҫәлән, йыйылыштарыбыҙҙы үткәреүебеҙ һәм вәғәз эшендә ҡатнашыуыбыҙ Ғайсаның: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тигән һүҙҙәренә тура килә (Матфей 10:8). Бынан тыш, беҙ Алла Батшалығының ерҙә тыныслыҡ урынлаштырасаҡ берҙән-бер өмөт булыуына иғтибар итәбеҙ (Матфей 10:7).

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раштыуа байрамын үткәрмәй?

  •   Ғайса үҙенең тыуған көнөн түгел, ә үлгән көнөн иҫкә алырға ҡушҡан (Лука 22:19, 20).

  •   Ғайсаның илселәре һәм беренсе мәсихселәр Раштыуа байрамын үткәрмәгән. «Яңы католик энциклопедияһында» әйтелеүенсә, «Раштыуа байрамы [б. э.] 243 йылдан һуң ғына индерелгән булған», һуңғы илсенең үлеменән һуң йөҙҙән артыҡ йыл ваҡыт үткәс кенә («New Catholic Encyclopedia»).

  •   Ғайсаның 25 декабрҙә (йәки 7 ғинуарҙа) тыуыуына бер ниндәй ҙә дәлил юҡ; Изге Яҙмала уның тыуған көнөнөң датаһы яҙылмаған.

  •   Алла Раштыуа байрамын үткәреүҙе хупламай, тип һанайбыҙ, сөнки шул байрам мәжүси йолаларҙан һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙән башланғыс ала (2 Коринфтарға 6:17).

Ни өсөн Раштыуа байрамын үткәрмәҫкә?

 Күптәр Раштыуа байрамының мәжүси йолаларҙан сыҡҡанын һәм Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгәнен белһәләр ҙә, уны үткәрә. Улар һорарға мөмкин: ни өсөн мәсихселәргә ундай киң танылған байрамды үткәрмәҫкә? Ниңә уның башланғысына шундай ҙур әһәмиәт бирергә?

 Изге Яҙма беҙҙе аҡыллы эш итергә дәртләндерә (Римдарға 12:1, 2). Ул хәҡиҡәтте ҡәҙерләргә өйрәтә (Яхъя 4:23, 24). Әлбиттә, беҙ башҡаларҙың беҙҙең турала нимә уйлағандарына битараф түгел. Шулай ҙа беҙ, Изге Яҙманың принциптары буйынса йәшәргә, был ҡайһы ваҡыт башҡаларға оҡшамаһа ла, тырышабыҙ.

 Раштыуа байрамын үткәрмәһәк тә, беҙ башҡаларҙың был һорауҙа ҡарар ҡабул итеү хоҡуғын хөрмәт итәбеҙ. Беҙ кешеләргә үҙ ҡараштарыбыҙҙы таҡмайбыҙ һәм уларға был байрамды үткәрергә ҡамасауламайбыҙ.