Төп мәғлүмәткә күсеү

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?

Ни өсөн Йәһүә шаһиттары Раббының ашын башҡа диндәрҙәге кеүек үткәрмәйҙәр?

 Ғайса Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһен (уны шулай уҡ «Раббының ашы», Хужабыҙҙың киске ашы тип тә атайҙар) үткәргәндә, беҙ тап Изге Яҙмала яҙылғанса эш итәбеҙ (1 Коринфтарға 11:20). Башҡа конфессияларҙа иһә, киреһенсә, Хужаның киске ашы менән бәйле күп йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгән.

Маҡсаты

 Хужаның киске ашын үткәргәндә беҙ Ғайса Мәсихте иҫкә төшөрәбеҙ һәм уның беҙҙең хаҡҡа йолом итеп биргән ҡорбаны өсөн рәхмәт белдерәбеҙ (Матфей 20:28; 1 Коринфтарға 11:24). Был байрам мәрхәмәт йә гонаһтар кисерелеүе биргән ниндәйҙер серле йола йәки дини ғөрөф-ғәҙәт түгел. Изге Яҙма буйынса, гонаһтар ниндәйҙер дини ғөрөф-ғәҙәт арҡаһында түгел, ә Мәсихкә иман итеү арҡаһында ғына кисерелә (Римдарға 3:25; 1 Яхъя 2:1, 2).

Ни тиклем йыш?

 Ғайса үҙенең шәкерттәренә Хужаның киске ашын үткәрергә ҡушҡан, ләкин быны ни тиклем йыш эшләргә икәнен әйтмәгән (Лука 22:19). Кемдер Хужаның киске ашын ай һайын үткәрергә кәрәк тип уйлай, ә кемдер быны аҙна һайын, көн һайын, көнөнә бер нисә мәртәбә йәки кешенең теләге тыуыу менән эшләргә кәрәк тип һанай. Ләкин түбәндә килтерелгәндәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк.

 Ғайса Хужаның киске ашын йәһүдтәр Ҡотҡарылыу байрамын (йәки Пасханы) байрам иткән көндә индергән, һуңыраҡ ул шул уҡ көндә үлгән (Матфей 26:1, 2). Был юҡҡа ғына булмаған. Изге Яҙмала Ғайса килтергән ҡорбан Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе менән сағыштырыла (1 Коринфтарға 5:7, 8). Ҡотҡарылыу байрамын йылына бер тапҡыр үткәргәндәр (Сығыш 12:1—6; Левиттар 23:5). Шуның шикелле тәүге мәсихселәр ҙә Мәсихтең үлемен иҫкә алыу кисәһен йылына бер тапҡыр үткәргән. Йәһүә шаһиттары Изге Яҙмала килтерелгән ошо үрнәккә эйәрә.

Көнө һәм ваҡыты

 Ғайсаның Хужаның киске ашын беренсе мәртәбә үткәреү рәүеше уны ни тиклем йыш үткәрергә кәрәклеген генә түгел, ә быны ҡасан эшләргә кәрәклеген дә аңларға, йәғни был байрамдың көнөн һәм ваҡытын билдәләргә ярҙам итә. Ғайса был байрамды Изге Яҙма ай календары буйынса б. э. 33 йылының 14 нисанында ҡояш байығандан һуң индергән (Матфей 26:18—20, 26). Тәүге мәсихселәрҙең үрнәге буйынса, беҙ ҙә йыл һайын Хужаның киске ашын ошо көндә үткәрәбеҙ.

 Б. э. 33 йылында 14 нисан көнө йомаға тура килһә лә, һәр йыл был дата аҙнаның төрлө көндәренә тура килергә мөмкин. Йыл һайын беҙ 14 нисан тура килгән көндө заманса йәһүд календарҙарын төҙөгәндә ҡулланылған ысул менән түгел, ә Ғайса йәшәгән ваҡыттарҙа ҡулланылған ысул ярҙамында билдәләйбеҙ a.

Икмәк һәм шарап

 Яңы байрам индергәндә, Ғайса Ҡотҡарылыу байрамы ашынан ҡалған әсеткеһеҙ икмәкте һәм ҡыҙыл шарапты алған (Матфей 26:26—28). Шул үрнәккә эйәреп, беҙ Кисә ваҡытында әсетке һәм башҡа өҫтәмәләр ҡушылмаған икмәк ҡулланабыҙ. Шулай уҡ был байрамда шәкәр һәм тәмләткестәр өҫтәлмәгән, спирт ҡушылмаған ғәҙәти ҡыҙыл шарап ҡулланыла.

 Ҡайһы бер конфессияларҙа әсетке йәки сүпрә һалып бешерелгән икмәк ҡулланыу ҡабул ителгән. Ләкин Изге Яҙмала әсетке йыш ҡына гонаһ йә боҙолғанлыҡты символлаштыра (Лука 12:1; 1 Коринфтарға 5:6—8; Галаттарға 5:7—9). Шуға күрә әсетке һәм башҡа өҫтәмәләр ҡушылмаған икмәк кенә Мәсихтең гонаһһыҙ тәненең яраҡлы символы була ала (1 Петр 2:22). Шарап урынына әсеп етмәгән йөҙөм һуты ҡулланыу ҙа Изге Яҙмаға тура килмәй. Ҡайһы бер сиркәүҙәр иҫерткес эсемлектәр эсеүҙе тыйыуҙары арҡаһында йөҙөм һуты ҡуллана, әммә ундай тыйыу Изге Яҙмаға ҡаршы килә (1 Тимофейға 5:23).

Тура мәғәнәлә тән һәм ҡан түгел, ә символдар

 Әсеткеһеҙ икмәк һәм ҡыҙыл шарап Кисәлә Мәсихтең тәне һәм ҡанының символдары булып тора. Ҡайһы берәүҙәр, икмәк һәм шарап ниндәйҙер мөғжизәле рәүештә тура мәғәнәлә тән һәм ҡанға әйләнә йәки улар менән ҡушылып бутала, тип иҫәпләй. Бының ни өсөн Изге Яҙмаға тура килмәгәнен ҡарап сығайыҡ.

  •   Әгәр Ғайса шәкерттәренә үҙенең ҡанын эсергә ҡушҡан булһа, был уларҙы ҡанды аҙыҡ итеп ҡулланыуҙы тыйған Алла законын боҙорға этәреүҙе аңлатыр ине (Башланмыш 9:4; Ғәмәлдәр15:28, 29). Ләкин бының булыуы мөмкин булмаған, сөнки Ғайса бер ҡасан да башҡаларға Алланың ҡандың изгелеге хаҡындағы ҡанунын боҙорға ҡушмаҫ ине (Яхъя 8:28, 29).

  •   Илселәр тура мәғәнәлә Ғайсаның ҡанын эсә алмаған, сөнки ул әле тере булған. Уның ҡаны әле түгелмәгән булған (Матфей 26:28).

  •   Ғайса үҙ ғүмерен «бары бер тапҡыр ғына» ҡорбан иткән (Еврейҙарға 9:25, 26). Әгәр ҙә Кисә ваҡытында икмәк менән шарап уның тәне һәм ҡанына әйләнгән булһа, был символдарҙан ауыҙ итеүселәр Ғайсаны ҡат-ҡат ҡорбанға килтергән булыр ине.

  •   «Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ» тиеп, Ғайса шәкерттәренә үҙен ҡорбанға килтерергә түгел, ә иҫкә алырға ҡушҡан (1 Коринфтарға 11:24).

 Икмәк һәм шараптың Ғайсаның тәне һәм ҡанына әйләнеүенә ышаныусылар Изге Яҙмалағы билдәле бер шиғырҙарға һылтана. Мәҫәлән, Изге Яҙманың күп тәржемәләрендә Ғайсаның шарап тураһындағы һүҙҙәре «был минең ҡаным» тип тәржемә ителгән (Матфей 26:28). Ләкин уның һүҙҙәрен «был минең ҡанымды аңлата», «был минең ҡанымды символлаштыра» тип тә тәржемә итеп була. Ғайса ғәҙәттәгесә метафора ҡулланған (Матфей 13:34, 35).

Символдарҙан кем ауыҙ итә?

 Кисә ваҡытында Йәһүә шаһиттарының бик аҙы ғына икмәк һәм шараптан ауыҙ итә. Ни өсөн?

 Йәһүә Алла Ғайса Мәсихтең түгелгән ҡаны нигеҙендә «яңы» килешеү төҙөгән, был килешеү уның боронғо Израиль халҡы менән булған килешеүен алмаштырған (Еврейҙарға 8:10—13). Кем менән яңы килешеү төҙөлгән, шулар ғына Кисәлә символдарҙан ауыҙ итә ала. Улар һанына бөтә мәсихселәр ҙә түгел, ә Алла тарафынан махсус рәүештә саҡырылғандар ғына керә (Еврейҙарға 9:15; Лука 22:20). Был кешеләр Мәсих менән күктә идара итәсәк, һәм Изге Яҙма буйынса бындай хөрмәткә тик 144 000 кеше генә лайыҡ буласаҡ (Лука 22:28—30; Асылыш 5:9, 10; 14:1, 3).

 «Бәләкәй көтөү», йәғни Мәсих менән идара итергә саҡырылғандарҙан айырмалы булараҡ, беҙҙең күбебеҙ ерҙә мәңге йәшәйәсәк «бихисап күп халыҡ» һанына керергә өмөтләнә (Лука 12:32; Асылыш 7:9, 10). Ерҙә йәшәргә өмөтләнгәндәр, символдарҙан ауыҙ итмәһә лә, Кисәгә килеп, Ғайсаның үҙҙәре хаҡына килтергән ҡорбаны өсөн рәхмәт белдерә (1 Яхъя 2:2).

a Хәҙерге йәһүд календарында нисан айының башы астрономик ваҡыт иҫәбе буйынса яңы ай тыуғандан башлап иҫәпләнә, ләкин беренсе быуатта ундай ысул ҡулланылмаған. Ул ваҡытта, ай ураҡ рәүешендә Иерусалим өҫтөндә беренсе тапҡыр күренеү менән яңы ай башлана, тип уйлағандар. Ә был астрономик ай башынан һуң бер йә бер нисә көн үткәс була алған. Шуның арҡаһында Йәһүә шаһиттары Иҫкә алыу кисәһен үткәргән көн бөгөнгө йәһүдтәрҙең Ҡотҡарылыу байрамын (йәғни Пасха) үткәргән көнгә ҡайһы саҡта тура килмәй.