Төп мәғлүмәткә күсеү

«Көсөмдән килгәнде эшләйем»

«Көсөмдән килгәнде эшләйем»

Германияла йәшәгән Ирма исемле инәйгә инде 90 йәш тирәһе. Ул ике тапҡыр фажиғәгә осраған һәм ауыр операциялар кисергән, шуға күрә элеккесә өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләй алмай. Хәҙер ул иманы тураһында туғандарына һәм таныштарына хаттар аша һөйләй. Ирманың хаттары кешеләрҙе шул тиклем рухландыра һәм йыуата, хатта йыш ҡына улар, уға шылтыратып, киләһе хат ҡасан булыр, тип һорай. Күптәр уға, хат яҙып, рәхмәт белдерә һәм тағы хаттар яҙыуын һорай. Ирма былай ти «Быларҙың барыһы миңә күп шатлыҡ килтерә һәм рухи яҡтан көслө булып ҡалырға ярҙам итә».

Ирма шулай уҡ ҡарттар йорттарында йәшәгән кешеләргә хаттар яҙа. Ул былай тип һөйләй: «Оло йәштәге бер ҡатын миңә шылтыратты ла, ирем үлгәндән һуң һинең хатың мине бик йыуатты, тине. Ул хатымды үҙенең Изге Яҙма китабында һаҡлай һәм кистәрен уны уҡып сыға. Ә күптән түгел генә ирен юғалтҡан башҡа бер ҡатын, һин ебәргән хат миңә руханиҙың телмәренә ҡарағанда нығыраҡ ярҙам итте, тине. Уның күп һорауҙары бар ине, шуға күрә ул миңә килергә теләгәне хаҡында әйтте».

Ирманың Йәһүә шаһиты булмаған бер танышы йыраҡ ергә күсеп киткән һәм Ирманан хаттар яҙыуын һораған. «Был ҡатын бөтә хаттарымды һаҡлап барған, — ти Ирма. — Ул үлгәс, уның ҡыҙы миңә шылтыратты ла әсәһенә яҙған бөтә хаттарымды уҡығаны хаҡында әйтте һәм, миңә лә Изге Яҙмаға нигеҙләнгән хаттар яҙып тора алмаҫһығыҙмы, тип һораны».

Шундай хеҙмәт Ирмаға күп шатлыҡ килтерә. «Мин Йәһүәнән хеҙмәтемде дауам итергә көс биреүен ялбарам, — ти Ирма. — Өйҙән-өйгә йөрөй алмаһам да, мин көсөмдән килгәнде эшләйем».