Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Йыуашлыҡ зирәклеккә хас

Йыуашлыҡ зирәклеккә хас

Ауырыуҙарҙы ҡараусы булып эшләгән Тоньи ишек шаҡығас, уға урта йәштәрҙәге бер ҡатын асҡан. Ул Тоньиҙы үҙенең оло йәштәге әсәһен ҡарар өсөн иртәрәк килмәгәнгә әрләп ташлаған. Эшкә һуңламаһа ла, Тоньи был ҡатындан ғәфү үтенгән.

КИЛӘҺЕ юлы ла ҡатын Тоньиҙы әрләп ҡаршы алған. Тоньи үҙен нисек тотҡан? Ул былай ти: «Мин бик ҡыйын хәлгә эләктем. Уның ғәйепләүҙәре нигеҙһеҙ ине». Шулай ҙа Тоньи шул ҡатындан тағы ғәфү үтенгән һәм, һеҙгә хәҙер ни тиклем ауыр икәнен аңлайым, тигән.

Тоньи урынында булһағыҙ, үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ? Шул ҡатынға йыуашлыҡ менән яуап бирә алыр инегеҙме? Йә һеҙгә үҙегеҙҙе ҡулда тотоуы ауыр булыр инеме? Әлбиттә, ундай осраҡта тыныслыҡ һаҡлауы еңел түгел. Стресс кисергәндә йә берәйһе беҙҙе конфликтҡа этәргәндә, йыуашлыҡ сағылдырыу бик ауыр.

Шулай ҙа Изге Яҙма мәсихселәрҙе йыуаш булырға дәртләндерә. Алла Һүҙенән күренеүенсә, был сифат зирәклеккә хас. Яҡуп былай тип яҙған: «Һеҙҙең арағыҙҙа ҡайһығыҙ аҡыллы һәм аңлы? Ул быны баҫалҡылығы [„йыуашлығы“, ЯДТ] һәм аҡыл менән ҡылған ғәмәлдәре аша игелекле тормошонда күрһәтһен» (Яҡ. 3:13). Йыуашлыҡ юғарынан килгән зирәклек менән нисек бәйле? Беҙгә Алланың күңеленә хуш килгән был сифатты үҫтерергә нимә ярҙам итер?

НИ ӨСӨН ЙЫУАШ БУЛЫУ АҠЫЛЛЫ?

Йыуашлыҡ көсөргәнешле хәлде йомшартырға ярҙам итә. «Йомшаҡ яуап ярһыуҙы баҫа, ә ҡаты һүҙ асыуҙы ҡуҙғата» (Ғиб. һүҙ. 15:1).

Ҡыҙып китһәк, утҡа май ғына һибербеҙ (Ғиб. һүҙ. 26:21). Ә, йыуашлыҡ менән бирелгән яуап, киреһенсә, йыш ҡына тынысландыра. Ул хатта үҙен дошмандарса тотҡан кешенең күңелен йомшартырға мөмкин.

Тоньи быны үҙ тәжрибәһендә татыған. Тоньиҙың, тупаҫ мөғәмәләгә ҡарамаҫтан, йыуашлыҡ сағылдырғанын күргәс, ҡатын илап ебәргән. Ул, өҫтөмә бер юлы бик күп ауырлыҡтар ябырылды, тип аңлатҡан. Тоньи уға яҡшы шаһитлыҡ биргән, һәм шул ҡатын Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. Быларҙың барыһы Тоньиҙың үҙен тыныс һәм дуҫтарса тотоуы арҡыһында мөмкин булған.

Йыуашлыҡ беҙҙе бәхетле итә ала. «Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр» (Матф. 5:5).

Ни өсөн йыуаштар бәхетле? Элек ҡыҙыу холоҡло булған күп кешеләр, йыуашлыҡ үҫтереп, бәхетле булып киткән. Уларҙың тормошо яҡшы яҡҡа үҙгәргән, һәм улар яҡты киләсәккә өмөт тапҡан (Кол. 3:12). Шундай кешеләрҙең береһе — Испанияла район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт иткән Адольфо.

Адольфо былай ти: «Минең тормошомда бер ниндәй мәғәнә юҡ ине. Мин бик йыш ҡыҙып китә торғайным, ярһыған саҡтарымда хатта дуҫтарым да минән ҡурҡа ине. Ахыр сиктә, шулай бер һуғышҡан саҡта, миңә алты мәртәбә бысаҡ менән сәнстеләр, һәм мин күп ҡан юғалтыуҙан саҡ үлмәй ҡалдым».

Әммә хәҙер Адольфо башҡаларҙы йыуаш булырға өйрәтә һәм үҙе лә был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәтә. Ул бик яғымлы һәм алсаҡ булғанға, кешеләр үҙҙәре уға тартыла. Адольфо әйтеүенсә, ул үҙенең шул тиклем үҙгәрә алыуына бик шат. Уға тыныс һәм йыуаш кеше булып китергә ярҙам иткәне өсөн ул Йәһүәгә бик рәхмәтле.

Йыуаштар Йәһүәне һөйөндөрә. «Улым, аҡыллы бул һәм йөрәгемде һөйөндөр; шул саҡ мин мыҫҡыллаусыма яуап ҡайтара алырмын» (Ғиб. һүҙ. 27:11).

Йәһүәне уның яуыз дошманы Иблис мыҫҡыллай. Иблистең нигеҙһеҙ һүҙҙәре Йәһүәне ярһыта алыр ине, ләкин, Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә «ярһырға ашыҡмай» (Сығ. 34:6). Был яҡтан Йәһүәнән өлгө алырға тырышһаҡ, зирәклек сағылдырырбыҙ һәм уны һөйөндөрөрбөҙ (Ефес. 5:1).

Беҙ йәшәгән донъяла көс ҡулланыу һәм ҡанһыҙлыҡ хөкөм һөрә. Ҡайһы ваҡыт беҙ «тәкәббер, һауалы, әсе телле, ...яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, аяуһыҙ» кешеләр менән осрашабыҙ (2 Тим. 3:2, 3). Шуға ҡарамаҫтан, беҙ, мәсихселәр булараҡ, йыуаш булырға тейеш. Алла Һүҙендә былай тиелә: «Юғарынан килгән аҡыл... тыныс, йомшаҡ» (Яҡ. 3:17). Тимәк, беҙ тыныс һәм йомшаҡ булһаҡ, үҙебеҙҙең Алланан килгән зирәклекте сағылдырыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ундай зирәклекте сағылдырып, беҙ ярһыта алған хәлдәрҙә лә йыуаш булып ҡалырбыҙ һәм сикһеҙ зирәклек сағылдырған шәхескә — Йәһүәгә тағы ла яҡынлашырбыҙ.