Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Боронғо төргәк «асыла»

Боронғо төргәк «асыла»

1970 йылда Эйн-Гедиҙа табылған төргәктәге яҙыуҙар оҙаҡ ваҡыт сер булып ҡалған. Әммә күптән түгел 3-D сканер ярҙамында шул асыҡланған: был төргәктә Левит китабының өҙөгө яҙылған, һәм был өҙөктә Алланың шәхси исеме осрай.

1970 йылда Израилдә, Үле диңгеҙҙең көнбайыш ярында урынлашҡан Эйн-Геди тигән боронғо ауылда ҡаҙыу эштәре алып барғанда, археологтар бер синагогала янып бөткән төргәк тапҡан. Күрәһең, был ауыл һәм синагога б. э. VI быуатында яндырылып юҡ ителгән. Төргәк бик насар хәлдә булғанға, уны хатта асып та булмаған. Әммә 3-D сканер һәм иң яңы программа тәьминәте ярҙамында ғалимдар, төргәкте асмайынса, уны уҡый алған.

Төргәктә Изге Яҙма өҙөгө — Левит китабының беренсе аяттары яҙылған. Был аяттарҙа тетраграмматон — еврей телендә яҙылған Алла исеме осрай. Табылдыҡ б. э. I быуаттың икенсе яртыһы — IV быуат менән даталанған. Тимәк, был төргәк, Кумран ҡулъяҙмалары табылғандан бирле, Еврей Яҙмаларының тексы яҙылған төргәктәрҙең иң боронғоһо. Бер гәзиттә яҙылғанса, был төргәк уҡылғанға тиклем, б. э. т. III быуат — б. э. I быуаты менән даталанған Үле диңгеҙ ҡулъяҙмалары һәм б. э. X быуаты менән даталанған Алеппо кодексы араһындағы мең йыллыҡ периодҡа ҡараған бер төргәк тә табылмаған. Шулай итеп, был төргәк шул ике боронғо ҡулъяҙма араһында «күпер» булып тора, тип әйтеп була («The Jerusalem Post»). Белгестәр әйтеүенсә, табылған төргәк шуны иҫбатлай: Тәүраттың тексы мең йылдар дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалған, һәм күсереп яҙыусыларҙың хаталары уға инмәгән.