Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Һәр ваҡыт тыйнаҡ булып ҡалығыҙ

Һәр ваҡыт тыйнаҡ булып ҡалығыҙ

«Аллаң юлында тыйнаҡ йөрө» (МИҠ. 6:8).

ЙЫРҘАР: 48, 1

1—3. Йәһүҙәнән килгән пәйғәмбәр нимә эшләмәгән, һәм был нимәгә килтергән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

БЕР ваҡыт Йәһүә, Израилдең мөртәтлек юлына баҫҡан батшаһы Йәрәбәмгә хөкөм ҡарарын иғлан итер өсөн, Йәһүҙәнән бер пәйғәмбәрҙе ебәргән. Был баҫалҡы пәйғәмбәр Алланың бойороғон тоғро үтәгән, һәм Йәһүә уны ярһыған батшанан яҡлаған (1 Бат. 13:1—10).

2 Ҡайтып барышлай был пәйғәмбәр Бейт-Ил ҡалаһынан бер ҡартты осратҡан. Был ҡарт үҙен Йәһүәнең пәйғәмбәре тип атаған. Ул Йәһүҙәнән килгән пәйғәмбәрҙе алдаған, һәм пәйғәмбәр Йәһүәнең «[Израилдә] икмәк ашама, һыу эсмә һәм килгән юлың менән ҡайтма» тигән етди бойороғон үтәмәгән. Йәһүә уның тыңламаусанлығын хупламаған. Һуңыраҡ, ҡайтып барған саҡта, пәйғәмбәр үҙенә ҡаршы сыҡҡан арыҫлан һөжүменән һәләк булған (1 Бат. 13:11—24).

3 Ни өсөн был тыйнаҡ пәйғәмбәр, мәкерле ҡарттың саҡырыуын ҡабул итеп, үҙ белдегенә эш иткән? Изге Яҙмала был хаҡта бер ни әйтелмәй. Бәлки, ул «Алла юлында тыйнаҡ» йөрөргә кәрәкәлеген бөтөнләй онотҡандыр. (Миҡай 6:8-ҙе уҡығыҙ *.) Изге Яҙма буйынса, Йәһүә юлында йөрөү уға ышаныуҙы, уның хакимлығын яҡлауҙы һәм уның күрһәтмәләренә буйһоноуҙы аңлата. Тыйнаҡ кеше үҙенең ҡайғыртыусан һәм сикһеҙ ҡөҙрәтле Атаһы менән аралашыуҙан туҡтамаҫҡа тейешлеген яҡшы аңлай. Пәйғәмбәр Йәһүәнән, бойороғоң үҙгәрмәнеме, тип һорай алған, әммә Изге Яҙмала уның шулай эшләгәне хаҡында бер нәмә лә әйтелмәгән. Ҡайһы саҡ беҙгә лә етди ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә, һәм дөрөҫ ҡарар гел генә ап-асыҡ булмай. Тыйнаҡлыҡ сағылдырып, Йәһүәнән кәңәш эҙләһәк, үкенесле хаталар яһамаҫбыҙ.

4. Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

4 Үткән мәҡәләнән беҙ ни өсөн тыйнаҡ булыу мәсихселәр өсөн үтә мөһим икәнен һәм был сифат нимәлә сағылғанын белдек. Әммә ниндәй осраҡтарҙа тыйнаҡ булыу еңел булмаҫҡа мөмкин? Һәм, һәр төрлө шарттарҙа ла тыйнаҡ булып ҡалыр өсөн, был матур сифатты нисек үҫтереп була? Был һорауҙарға яуап алыр өсөн, беҙ тыйнаҡлығыбыҙҙы һынай алған өс осраҡты ҡарап сығырбыҙ. Беҙ шулай уҡ был осраҡтарҙың һәр береһендә үҙебеҙҙе нисек тоторға икәнен күрербеҙ (Ғиб. һүҙ. 11:2).

ТОРМОШ ШАРТТАРЫ ҮҘГӘРГӘНДӘ

5, 6. Барзилай нисек тыйнаҡлыҡ сағылдырған?

5 Тормош шарттарыбыҙ йә вазифаларыбыҙ үҙгәргәндә, тыйнаҡлығыбыҙ һыналырға мөмкин. Бер ваҡыт Дауыт 80 йәштәге Барзилайға батша һарайында йәшәргә тәҡдим иткән. Уның һүҙҙәре Барзилайҙың күңеленә, моғайын да, май булып ятҡандыр. Саҡырыуҙы ҡабул итһә, Барзилай артабан да батша менән аралашыуҙан кинәнә алыр ине. Әммә Барзилай ризалашмаған. Ни өсөн? Ул Дауытҡа, инде оло йәштә булғанға, уның өсөн йөк булырға теләмәгәне хаҡында әйткән. Шуға күрә Барзилай Кимғәмде, күрәһең, улдарының береһен үҙе урынына ебәрергә тәҡдим иткән (2 Сам. 19:31—37).

6 Тыйнаҡлыҡ Барзилайға аҡыллы ҡарар ҡабул итергә ярҙам иткән. Ул Дауыттың тәҡдимен үҙенә ҙурыраҡ яуаплылыҡ алмаҫ өсөн йәки ғүмеренең һуңғы йылдарын тыныслыҡта үткәрер өсөн кире ҡаҡҡанмы? Юҡ, ул үҙенең тормош шарттарының үҙгәргәнен таныған һәм мөмкинселектәренең ниндәй яҡтарҙан сикле булғанын яҡшы аңлаған. Барзилай көсөнән килмәгән эштәргә тотонорға теләмәгән. (Галаттарға 6:4, 5-те уҡығыҙ.) Дәрәжә, танылыу йә абруй ҡаҙанырға тырышыу эгоизмға, ярыш рухына һәм тәрән ҡәнәғәтһеҙлеккә килтерергә мөмкин (Гал. 5:26). Тыйнаҡлыҡ иһә беҙгә, ҡәрҙәштәр менән тырышлыҡтарыбыҙҙы берләштереп, Йәһүәгә дан килтерергә һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә дәртләндерә (1 Кор. 10:31).

7, 8. Тыйнаҡлыҡ беҙҙе үҙ-үҙебеҙгә саманан тыш ышаныуҙан нисек һаҡлай?

7 Ҙурыраҡ яуаплылыҡ йыш ҡына ҙурыраҡ хакимлыҡ бирә, был шулай уҡ тыйнаҡлығыбыҙҙы һынай ала. Ниҡәми, Иерусалимда йәшәүселәрҙең ҡыҙғаныс хәлдә булғаны хаҡында ишеткәс, улар өсөн Йәһүәгә ҡайнар доға ҡылған (Ниҡ. 1:4, 11). Йәһүә, Артаксеркс батшаны Ниҡәмиҙе йәһүдтәрҙең хакимы итеп билдәләргә дәртләндереп, был доғаға яуап биргән. Әммә, юғары дәрәжәгә, байлыҡҡа һәм хакимлыҡҡа эйә булыуына ҡарамаҫтан, Ниҡәми бер ваҡытта ла үҙ тәжрибәһенә һәм һәләттәренә таянмаған. Ул, кәңәштәрҙе һәр саҡ Алла ҡанунынан эҙләп, Алла юлында йөрөүен дауам иткән (Ниҡ. 8:1, 8, 9). Ниҡәми залим идарасы булмаған, ә, киреһенсә, үҙ аҡсаһын сарыф итеп башҡаларға ярҙам иткән (Ниҡ. 5:14—19).

8 Ниҡәмиҙең миҫалынан күренеүенсә, беҙгә яңы вазифалар йә өҫтәмә яуаплылыҡ бирелгәндә, тыйнаҡлыҡ беҙҙе үҙ-үҙебеҙгә саманан тыш ышаныуҙан һаҡлай ала. Өлкән, тик үҙенең тәжрибәһенә генә таянһа, йыйылыш менән бәйле вазифалар үтәр алдынан Йәһүәгә доға ҡылмай башларға мөмкин. Ә кемдер, тәүҙә ҡарар ҡабул итеп, шунан һуң ғына Йәһүәнән ҡарарын фатихалауын һорарға мөмкин. Әммә улай эш итеү тыйнаҡлыҡ сағылдырырмы? Тыйнаҡ кеше һәр ваҡыт үҙенең Алла алдында ниндәй дәрәжәлә булыуын һәм уның ойошмаһында ниндәй роль үтәүен иҫтә тота. Беҙҙең һәләттәр — әллә ни мөһим нәмә түгел. Таныш булған хәл йә проблема менән осрашҡанда, беҙгә үҙ көсөбөҙгә генә таянмаҫ өсөн айырыуса һаҡ булырға кәрәк. (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6-ны уҡығыҙ *.) Алланың ҙур ғаиләһенең ағзалары булараҡ, беҙ юғары дәрәжәгә ынтылыу урынына үҙ ғаиләбеҙҙә һәм йыйылышта ролебеҙҙе үтәргә өйрәнәбеҙ (1 Тим. 3:15).

БАШҠАЛАР БЕҘҘЕ ТӘНҠИТЛӘГӘНДӘ ЙӘ МАҠТАҒАНДА

9, 10. Берәйһе беҙҙе нахаҡҡа ғәйепләгәндә, тыйнаҡлыҡ беҙгә нисек ярҙам итә ала?

9 Берәйһе беҙҙе нахаҡҡа ғәйепләгәндә, үҙ-үҙебеҙҙе ҡулда тотоу ауыр булырға мөмкин. Һаннаның миҫалын ҡарап сығайыҡ. Көндәше Фәнинә, уны мыҫҡыллап, күңелен әрнеткәнгә, ул бик йыш илаған. Ире Һаннаны бик яратҡан, әммә Һанна балаға уҙа алмаған. Бер заман, ул изге сатыр янында доға ҡылғанда, баш рухани Илий уны, иҫерек тип уйлап, нахаҡҡа ғәйепләгән. Ғәжәп хәл: бер нигә ҡарамаҫтан, Һанна, тыйнаҡлыҡ сағылдырып, хистәрен йүгәнләгән һәм Илийға ихтирамлы яуап ҡайтарған. Уның ысын күңелдән әйтелгән доғаһы Изге Яҙмала һаҡланып ҡалған. Был доғала Һанна Аллаға иман итеүен белдерә, уны маҡтай һәм рәхмәттәрен әйтә (1 Сам. 1:5—7, 12—16; 2:1—10).

10 Тыйнаҡлыҡ беҙгә «яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең[ергә]» ярҙам итә (Рим. 12:21). Шайтан донъяһында беҙ йыш ҡына ғәҙелһеҙлек менән осрашабыҙ. Яуыз кешеләрҙең насар эштәре беҙҙе асыуландырырға мөмкин, әммә беҙгә ундай хистәр менән көрәшергә кәрәк (Зәб. 37:1). Ләкин беҙҙе имандаштарыбыҙ рәнйеткәндә, күңелебеҙ тағы ла нығыраҡ әрней. Тыйнаҡлыҡ беҙҙе Ғайсанан өлгө алырға дәртләндерә. Изге Яҙмала былай тиелә: «Мыҫҡыл ителгән ваҡытта Ул мыҫҡыл менән яуап ҡайтарманы, ...ә Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә тапшырҙы» (1 Пет. 2:23). Ғайса үс алыу — Йәһүәнең эше икәнен белгән (Рим. 12:19). Ғайсаның шәкерттәренә шулай уҡ тыйнаҡлыҡ сағылдырырға һәм «яманлыҡҡа яманлыҡ менән» ҡайтармаҫҡа кәрәк (1 Пет. 3:8, 9).

11, 12. а) Берәйһе беҙгә ярамһаҡланғанда йә беҙҙе саманан тыш күп маҡтағанда, тыйнаҡлыҡ беҙгә нисек ярҙам итә ала? б) Тыйнаҡлыҡ кейем һайлауыбыҙға, тышҡы ҡиәфәтебеҙгә һәм тәртибебеҙгә нисек тәьҫир итергә тейеш?

11 Берәйһе беҙгә ярамһаҡланғанда йә беҙҙе саманан тыш күп маҡтағанда, тыйнаҡлығыбыҙ шулай уҡ һыналырға мөмкин. Әйҙәгеҙ, Әсфирәнең, тормошо киҫкен үҙгәргәндә, үҙен нисек тотҡанына иғтибар итәйек. Ул иҫ киткес сибәр булған, һәм йыл буйына уның тышҡы ҡиәфәтен тағы ла матурлағандар: уға ҡиммәтле косметик процедуралар һәм массаж яһағандар. Әсфирәгә Фарсы империяһының төрлө яҡтарынан йыйылған һәм батша иғтибары өсөн ярышҡан ҡыҙҙар менән көн дә ваҡыт үткәрергә тура килгән. Әммә Әсфирә ихтирамлы һәм инсафлы булып ҡалған. Хатта батша уны һайлағас та, ул, тыйнаҡлығын юғалтып, маһайып китмәгән (Әсф. 2:9, 12, 15, 17).

Кейемебеҙ менән тышҡы ҡиәфәтебеҙ Йәһүәне һәм башҡаларҙы хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтәме йә беҙгә тыйнаҡлыҡ етмәүен сағылдырамы? (12-се абзацты ҡарағыҙ.)

12 Тыйнаҡлыҡ сағылдырһаҡ, тәртибебеҙ, кейемебеҙ һәм тышҡы ҡиәфәтебеҙ башҡаларҙы һәм үҙебеҙҙе хөрмәт итеүебеҙҙе күрһәтер. Беҙ маҡтанып һәм үҙебеҙгә урынһыҙ иғтибар йәлеп итеп кешеләрҙең йөрәктәрен яулап булмай икәнен аңлайбыҙ. Бының өсөн «баҫалҡы һәм тыныс» холоҡло булырға кәрәк (1 Петр 3:3, 4-те уҡығыҙ; Ирем. 9:23, 24). Йөрәгебеҙҙә тәкәбберлек һәм мин-минлек булһа, был иртәме, һуңмы эштәребеҙҙә сағыласаҡ. Мәҫәлән, берәйһе менән һөйләшкәндә, беҙ үҙебеҙгә үҙенсәлекле бер йөкләмә йә башҡаларға әйтергә ярамаған мәғлүмәт тапшырылыуы йәки яуаплы ағай-ҡәрҙәштәр менән дуҫлашыуыбыҙ хаҡында ситләтеп һөйләй алабыҙ. Йәки беҙ барыһын шундай яҡтан күрһәтергә мөмкин: имеш, берәй идея беҙҙән башҡа тыумаҫ ине йә, берәй эшкә башҡалар ҙа өлөш индерһә лә, беҙһеҙ бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Был йәһәттән дә Ғайса Мәсих яҡшы өлгө булып тора. Өйрәткәндә, ул йыш ҡына Еврей Яҙмаларынан өҙөмтәләр килтергән йә уларға һылтанмалар яһаған. Бының ярҙамында кешеләр Ғайсаның һүҙҙәрендә уның үҙенең белеме түгел, ә Йәһүәнең зирәклеге сағыла икәнен күргән (Яхъя 8:28).

КИЛӘСӘК БИЛДӘҺЕҘ БУЛҒАНДА

13, 14. Тыйнаҡлыҡ беҙгә ҡарарҙар ҡабул итеүҙә нисек ярҙам итә ала?

13 Беҙ ҡарарҙар ҡабул иткәндә, тыйнаҡлығыбыҙ йәнә һыналырға мөмкин. Илсе Павел Кесарияла булғанда, Агав пәйғәмбәр уға, Иерусалимға барһаң, унда һине ҡулға аласаҡтар һәм, бәлки, үлтерерҙәр ҙә, тигән. Быны ишетеп, ағай-ҡәрҙәштәр Павелдан Иерусалимға бармауын үтенә башлаған. Әммә улар уны күндерә алмаған. Павел үҙ-үҙенә саманан тыш таянмаған, әммә ул ҡурҡыуға ла бирелмәгән. Ул Йәһүәгә тулыһынса таянған һәм Алланың йөкләмәһен тәүәккәллек менән башҡарыр өсөн теләһә ҡайҙа барырға әҙер булған. Быны аңлағас, ҡәрҙәштәр, тыйнаҡлыҡ сағылдырып, бүтән Павелдың ҡарарына ҡаршы төшмәгән (Ғәм. 21:10—14).

14 Киләсәктә нимә булырын белмәгәндә йә уны үҙгәртә алмаған саҡтарыбыҙҙа тыйнаҡлыҡ беҙгә дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ярҙам итә ала. Мәҫәлән, тулы ваҡытлы хеҙмәт башлау тураһында уйлағанда, беҙҙең шундай шиктәр тыуырға мөмкин: «Ә әгәр мин ҡапыл ауырып китһәм? Йә олоғайған атай-әсәйем ярҙамыма мохтаж булһа? Ҡартайған көнөмдә мине кем ҡайғыртыр?» Күпме генә, доға ҡылып, был хаҡта уйланһаҡ та, был һорауҙарға тулы яуап таба алмаҫбыҙ (Вәғ. 8:16, 17). Йәһүәгә таяныу беҙгә, мөмкинлектәребеҙҙең ниндәй яҡтарҙан сикле булғанын таныуҙан тыш, быға күнергә лә ярҙам итер. Тикшереү үткәргәс, башҡалар менән кәңәшләшкәс һәм Йәһүәнән ярҙам һорағас, беҙгә Алла рухы күрһәткән юлдан барырға кәрәк. (Вәғәзсе 11:4—6-ны уҡығыҙ *.) Шул саҡта Йәһүә тырышлыҡтарыбыҙҙы фатихалар йәки маҡсаттарыбыҙҙы яңынан ҡарап сығырға ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 16:3, 9).

ТЫЙНАҠЛЫҠ ҮҪТЕРЕҮ

15. Йәһүә хаҡында уйланыу беҙгә тыйнаҡ булып ҡалырға нисек ярҙам итә?

15 Күреүебеҙсә, тыйнаҡ булыуҙың бик күп ыңғай яҡтары бар. Был сифатты артабан да үҫтерергә беҙгә нимә ярҙам итер? Дүрт ысул ҡарап сығайыҡ. Беренсенән, тыйнаҡ булып, Йәһүәгә тәрән хөрмәт менән ҡарар өсөн, беҙгә уның ифрат матур сифаттары һәм бөйөклөгө хаҡында уйланырға кәрәк (Ишағ. 8:13). Шуны иҫтә тотоғоҙ: беҙ фәрештә йә кеше менән түгел, ә Сикһеҙ ҡөҙрәтле Алла менән йөрөйбөҙ! Быны аңлау беҙҙе «Алланың ҡөҙрәтенә буйһоно[рға]» дәртләндерер (1 Пет. 5:6).

16. Йәһүәнең яратыуы хаҡында уйланыу беҙҙе нисек тыйнаҡ булырға дәртләндерә?

16 Икенсенән, тыйнаҡлыҡ үҫтерер өсөн Йәһүәнең яратыуы хаҡында уйланырға кәрәк. Илсе Павел кешенең үҙ тәненең әллә ни күркәм булмаған ағзаларын нығыраҡ хәстәрләүенә иғтибар иткән (1 Кор. 12:23—25). Шуның шикелле, Йәһүә, мөмкинлектәребеҙ сикле булһа ла, һәр беребеҙҙе бик ярата. Ул беҙҙе башҡалар менән сағыштырмай һәм, ҡайһы саҡта хаталар яһаһаҡ та, беҙҙе барыбер ярата. Йәһүә ойошмаһында ролебеҙ ниндәй генә булмаһын, беҙ, уның яратыуын тойоп, үҙебеҙҙе тыныс һәм ышаныслы хис итәбеҙ.

17. Башҡаларҙа яҡшы сифаттар күрергә тырышыу ниндәй файҙа килтерә?

17 Өсөнсөнән, Алланан өлгө алып, башҡаларҙа яҡшы сифаттар күрергә тырышһаҡ, Йәһүә ойошмаһындағы ролебеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләрбеҙ. Был беҙгә һәр саҡ иғтибар үҙәгендә булыу йә башҡаларға кәңәш таратыу теләгенә ҡаршы көрәшергә ярҙам итер. Бының урынына беҙ үҙебеҙ башҡаларҙан йышыраҡ кәңәш һорарбыҙ һәм уларҙың тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 13:10). Берәйһе хөрмәтле вазифалар алһа, беҙ уның өсөн шатланырбыҙ. Беҙ, Йәһүәнең бөтөн донъя буйынса йәшәгән имандаштарыбыҙҙы фатихалауын күреп, уны данларбыҙ (1 Пет. 5:9).

18. Башҡаларҙың хистәрен ихтирам итер өсөн, выжданыбыҙҙы нисек тәрбиәләргә кәрәк?

18 Дүртенсенән, башҡаларҙың хистәрен ихтирам итер өсөн, беҙгә выжданыбыҙҙы Изге Яҙмалағы принциптар буйынса тәрбиәләргә кәрәк. Әгәр, баҫалҡылыҡ сағылдырып, бар нәмәгә Йәһүәнең ҡарашын үҙләштерһәк, беҙ төптән уйлап эш итергә өйрәнербеҙ. Изге Яҙманы даими өйрәнеп, доға ҡылып һәм белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланып, беҙ әкренләп выжданыбыҙҙы тәрбиәләйбеҙ (1 Тим. 1:5). Беҙ тәү сиратта башҡалар хаҡында уйларға өйрәнәбеҙ. Шул саҡта Йәһүә, үҙе вәғәҙә иткәнсә, өйрәнеүебеҙҙе ахырына еткерәсәк, шулай уҡ тыйнаҡлыҡ һәм башҡа яҡшы сифаттар сағылдырырға ярҙам итәсәк (1 Пет. 5:10).

19. Йәһүә менән мәңге тыйнаҡ йөрөргә беҙгә нимә ярҙам итер?

19 Бер генә тапҡыр үҙ белдекле рәүештә эш итеп, Йәһүҙәнән булған пәйғәмбәр үҙ ғүмерен һәм Алланың хуплауын юғалтҡан. Шулай ҙа, ҡайһы саҡта ауыр булһа ла, беҙ тыйнаҡ булып ҡала алабыҙ. Алланың боронғо заманда һәм хәҙерге ваҡытта тыйнаҡлыҡ сағылдырып йәшәгән хеҙмәтселәренең миҫалдары быны иҫбатлай. Йәһүәгә оҙағыраҡ хеҙмәт иткән һайын, беҙ тыйнаҡлыҡ сағылдырыуҙа яҡшыра барырға тейеш (Ғиб. һүҙ. 8:13). Йәһүә ойошмаһында ниндәй генә йөкләмә үтәһәк тә, Алла менән йөрөүебеҙ — инде үҙе ҙур хөрмәт! Был хөрмәтте ҡәҙерләгеҙ һәм Йәһүә менән мәңге йөрөр өсөн көсөгөҙҙән килгәндең барыһын да эшләгеҙ.

^ 3 абз. Миҡай 6:8: «Эй кеше, ул һиңә нимә яҡшы икәнен әйтте. Йәһүә һинән нимә талап итә? Ул тик ғәҙел эш итеүеңде, тоғролоҡто һөйөүеңде, Аллаң юлында тыйнаҡ йөрөүеңде теләй!»

^ 8 абз. Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Һәр юлыңда уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмағыңды тура итер».

^ 14 абз. Вәғәзсе 11:4—6: «Елде күҙәтеп тороусы сәсмәҫ, болоттарға ҡарап тороусы урмаҫ. Йөклө ҡатындың ҡарынындағы баланың һөйәктәрендә рухтың нисек эш иткәнен белмәгән кеүек, һин бөтөн нәмәне эшләүсе Алланың да эштәрен белмәйһең. Орлоғоңдо иртән дә сәс, кисен дә ҡулыңа ял бирмә, сөнки ҡайһыһы — быныһымы, тегеһеме үҫеп сығасағын белмәйһең, ә, бәлки, икеһе лә үҫеп сығыр».