Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Эш яратырға өйрәнеү спорт менән шөғөлләнеүгә оҡшаш: хәҙер ҙә, киләсәктә лә файҙалы

ЙӘШТӘР ӨСӨН

11. Эшсән булыу

11. Эшсән булыу

БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА

Эшсән кешеләр эштән ҡасмай. Улар үҙҙәренә һәм башҡаларға ярҙамға аҡса эшләп табыр өсөн тырышып эшләүҙән шатлыҡ таба, хатта эштәре әллә ни хөрмәтле булмаһа ла.

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ

Оҡшаймы-юҡмы, әммә тормошта йыш ҡына үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алырға кәрәк. Күптәр тырышып эшләргә теләмәгән донъяла эш яратҡан кешеләрҙең өҫтөнлөгө бар (Вәғәзсе 3:13).

«Яҡшы итеп эшләп алһаң, һин үҙең менән ғорурланаһың һәм ҡәнәғәтлек тояһың. Был эске тойғо мине эш яратырға өйрәтте. Шулай уҡ эш яратыу яҡшы репутация булдырырға ярҙам итә» (Рейон).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Һәр бер тырыш хеҙмәттең файҙаһы бар» (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:23).

НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА

Эшеңә ыңғай ҡараш үҫтерергә һиңә түбәндәге кәңәштәр ярҙам итер.

Эште яҡшы башҡарыуҙан ҡәнәғәтлек табырға өйрән. Өйҙәге эштәрҙе башҡараһыңмы, өйгә эш эшләйһеңме йә донъяуи эштә эшләйһеңме — барыһын да күңел биреп эшлә. Берәй эште яҡшы эшләргә өйрәнһәң, уны нисек тағы ла сифатлыраҡ һәм тиҙерәк эшләп булғаны хаҡында уйла. Оҫтара барған һайын, эш һиңә күберәк ҡәнәғәтлек килтерер.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Үҙ эшендә оҫта кешене күргәнең бармы? Ул ябай кешеләр алдында түгел, ә батшалар алдында торор» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:29).

Тулы картинаны күрергә тырыш. Үҙ вазифаларыңды яҡшы үтәһәң, һин һәр ваҡыт тиерлек башҡаларға ла файҙа килтерәһең. Мәҫәлән, өйҙәге эштәрҙе тырышып башҡарып, һин ата-әсәйеңдең эшен еңеләйтәһең.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Алыуға ҡарағанда биреүҙә бәхет күберәк» (Ғәмәлдәр 20:35).

Күберәкте эшлә. Минимумды ғына эшләр урынға, талап ителгәндән күберәкте эшләргә тырыш. Шул саҡта тормошоңа һин үҙең хужа булырһың, һин бит мәжбүр иткәнгә түгел, ә үҙең теләп күберәк эшләнең (Матфей 5:41).

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Изгелекле эшең ирекһеҙләүҙән түгел, ә үҙ теләгең буйынса башҡарылһын» (Филимонға 14).

Аҡыл менән эш ит. Эшсән кешеләр ялҡау түгел, шул уҡ ваҡытта муйындан эшкә батмай. Улар тырышып эшләй ҙә, яҡшы итеп ял итә лә белә.

ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Ике ус ауыр эш менән ел ҡыуыуға ҡарағанда бер ус ял яҡшыраҡ» (Вәғәзсе 4:6).