Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Хөрмәт һәм ҡәҙер — Алла ҡайғыртыуының сағылышы

Хөрмәт һәм ҡәҙер — Алла ҡайғыртыуының сағылышы

ҒАЙСА ерҙә булғанда Атаһының фекер йөрөтөү рәүешен һәм сифаттарын камил рәүештә сағылдырған. «Үҙ белдегем менән бер ни ҙә ҡылмауымды һәм, Атам нисек өйрәткән булһа, шулай ғына һөйләүемде лә белерһегеҙ. ...Һәр ваҡыт Ул хуп күргәнде эшләйем», — тигән ул (Яхъя 8:28, 29; Колосстарға 1:15). Шуға күрә, Ғайсаның ҡатын-ҡыҙ менән нисек мөғәмәлә иткәнен белһәк, Алланың уларға нисек ҡарағанын һәм уларҙан нимә көткәнен аңларбыҙ.

«Һөйөнөслө Хәбәр» китаптарын тикшергәндә ҡайһы бер ғалимдар, Ғайсаның ҡатын-ҡыҙға мөнәсәбәте ул заман өсөн алдынғы булған, тигән һығымтаға килгән. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Һәм бынан да мөһимерәге, уның тәғлимәттәре хәҙерге ваҡытта ҡатын-ҡыҙға күберәк ирек бирә аламы?

Ғайса ҡатын-ҡыҙға нисек ҡараған?

Ғайса ҡатын-ҡыҙҙы енси теләктәрҙе ҡәнәғәтләндереү объекты тип һанамаған. Ҡайһы бер йәһүд дини етәкселәренең фекеренсә, ҡаршы енестәге кешеләр менән аралашыу күңелде аҙҙырған. Ҡатын-ҡыҙҙы ҡотҡо сығанағы тип һанағанға, уларға кеше араһында ирҙәр менән һөйләшергә һәм башын ҡапламайынса өйҙән сығырға рөхсәт ителмәгән. Ә Ғайса, киреһенсә, уларҙың аралашыуын сикләү урынына, ирҙәргә үҙҙәренең тән теләктәрен контролдә тоторға һәм ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһен хөрмәт итергә кәңәш иткән (Матфей 5:28).

Ғайса шулай уҡ: «Ҡатынын айырып, башҡаға өйләнгән ир ҡатынына ҡарата зина ҡыла», — тигән (Марк 10:11, 12). Шулай итеп ул раввиндарҙың теләһә ниндәй сәбәп менән ҡатынын айырырға рөхсәт иткән киң таралған тәғлимәтен кире ҡаҡҡан (Матфей 19:3, 9). Раввиндар, ҡатын ғына тоғролоҡһоҙ була ала, тип өйрәткән. Ирҙең ҡатынына ҡарата зина ҡыла алыуы тураһындағы идея күпселек йәһүдтәр өсөн ят булған. Изге Яҙмаға килтерелгән бер комментарийҙа: «Ирҙең дә ҡатын тотҡан нормаларҙы тоторға тейешлеген күрһәтеп, Ғайса ҡатын-ҡыҙҙың статусын һәм дәрәжәһен күтәргән», — тип әйтелә.

Бөгөн Ғайсаның тәғлимәте ниндәй йоғонто яһай. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында ҡатын-ҡыҙҙар ирҙәр менән иркен аралаша. Уларға әҙәпһеҙ ҡараштарҙан һәм тыйнаҡһыҙ мөнәсәбәттән ҡурҡырға кәрәкмәй, сөнки мәсихсе булған ирҙәр «өлкән ҡатын-ҡыҙҙарҙы әсә[һе] һымаҡ, йәшерәктәрҙе һеңле[һе] кеүек күреп бар сафлығы менән» хөрмәт итә (1 Тимофейға 5:2).

Ғайса ҡатын-ҡыҙҙарҙы өйрәткән. Раввиндарҙың ҡатын-ҡыҙҙарға уҡырға кәрәкмәй тип һанауына ҡарамаҫтан, Ғайса уларҙы өйрәткән һәм үҙ фекерен әйтергә дәртләндергән. Мәрйәмдең үҙенән өйрәнергә теләүен хуплап, ул ҡатын-ҡыҙҙың урыны кухняла ғына түгел икәнен күрһәткән (Лука 10:38—42). Мәрйәмдең апаһы Марфа ла Ғайсанан күп нәмәгә өйрәнгән, был уның Лазарь үлгәндә Ғайсаның һорауына биргән яуабынан күренә (Яхъя 11:21—27).

Ғайса өсөн ҡатын-ҡыҙҙың нимә уйлағаны мөһим булған. Ул ваҡытта израиль ҡатын-ҡыҙҙары лайыҡлы ул, мөмкин булһа, пәйғәмбәр табыуҙы иң ҙур бәхет тип һанаған. Бер ҡатын: «Һине ҡарынында йөрөткән... әсәйең бәхетле!» — тип ҡысҡырып ебәргәс, Ғайса быны иғтибарһыҙ ҡалдырмаған, ә яҡшыраҡ нәмә барлығын күрһәткән (Лука 11:27, 28). Ғайса уға ысын бәхет ҡатын-ҡыҙҙың ғәҙәти роле менән түгел, ә рухи нәмәләр менән бәйле икәнен күрһәткән (Яхъя 8:32).

Бөгөн Ғайсаның тәғлимәте ниндәй йоғонто яһай. Йәһүә шаһиттарының осрашыуҙарында ҡатын-ҡыҙҙар комментарий бирә ала. Йыйылыштағы яуаплы ирҙәр рухи яҡтан өлгөрөп еткән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һүҙ һәм эш менән «яҡшылыҡҡа өйрәт[кәндәре]» өсөн ҡәҙерләй (Титҡа 2:3). Ҡатын-ҡыҙҙарға шулай уҡ Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү ышанып тапшырылған. (Зәбур 68:11; « Илсе Павел ҡатын-ҡыҙға йыйылышта һөйләмәҫкә ҡушҡанмы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

Ғайса ҡатындар тураһында ҡайғыртҡан. Изге Яҙма яҙылған ваҡытта ҡыҙҙарҙы малайҙарҙан әҙерәк ҡәҙерләгәндәр. Ундай ҡараш Талмудта сағыла: «Улдары булған кеше бәхетле, ҡыҙ тапҡанға — ҡайғы». Ҡайһы бер ата-әсәләр ҡыҙҙы ауыр йөк тип һанаған, сөнки уның өсөн ир эҙләргә, ҡалым йыйырға кәрәк булған, шул уҡ ваҡытта улар, ҡартайғас, уның ярҙамына өмөт итә алмаған.

Ғайса ҡыҙҙарҙың ғүмере малайҙарҙыҡы кеүек үк ҡәҙерле икәнен күрһәткән: ул Наин ҡалаһындағы тол ҡатындың улын ғына түгел, ә Яирҙың ҡыҙын да терелткән (Марк 5:35, 41, 42; Лука 7:11—15). «Эсендә ун һигеҙ йыл буйы шаҡшы рух йәшәгән» ҡатынды һауыҡтырғас, Ғайса, йәһүд авторҙарында ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата ҡулланылмаған һүҙбәйләнеште ҡулланып, уның тураһында, «Ибраһим нәҫеленән», тип әйткән (Лука 13:10—16). Шәфҡәт һәм хөрмәт сағылған был һүҙҙәр менән Ғайса уның йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы ағзаһы булғанын ғына түгел, ә ныҡ иманлы булғанын да таныған (Лука 19:9; Галаттарға 3:7).

Бөгөн Ғайсаның тәғлимәте ниндәй йоғонто яһай. Бер Азия әйтемендә: «Ҡыҙ үҫтереү — кеше баҡсаһына һыу һибеү», — тиелә. Ләкин мәсихсе булған хәстәрлекле атайҙар бөтөнләй икенсе төрлө уйлай: улар улдары тураһында ла, ҡыҙҙары тураһында ла яҡшы итеп ҡайғырта. Мәсихсе булған ата-әсәләр бөтә балаларының да тейешле белем алыуын һәм һау булыуын хәстәрләй.

Ғайса, Магдалалы Мәрйәмгә үҙенең терелеүе тураһында илселәргә һөйләргә ҡушып, уға хөрмәт күрһәткән

Ғайса ҡатын-ҡыҙҙарға ышанған. Йәһүд судтарында ҡатын-ҡыҙҙың шаһитлығы ҡолдоң шаһитлығына тиң булған. Беренсе быуат тарихсыһы Иосиф Флавий: «Һай аҡыллы һәм ғәҙелһеҙ булғанға, ҡатын-ҡыҙҙың шаһитлығы иғтибарға алынырға тейеш түгел», — тип яҙған.

Ғайсаның ҡарашы иһә бөтөнләй айырылып торған! Ул үҙенең терелеп тороуы тураһында шаһитлыҡ бирергә тап ҡатын-ҡыҙҙарға ҡушҡан (Матфей 28:1, 8—10). Был тоғро ҡатындар Хужаларының үлгәнен һәм ерләнгәнен үҙ күҙҙәре менән күргән булһалар ҙа, илселәр уларҙың һүҙҙәренә ышанмаған (Матфей 27:55, 56, 61; Лука 24:10, 11). Әммә терелтелгән Мәсих, тәүҙә ҡатын-ҡыҙҙарға күренеп, уларҙың үҙе хаҡында шаһитлыҡ бирергә лайыҡлы булғандарын күрһәткән (Ғәмәлдәр 1:8, 14).

Бөгөн Ғайсаның тәғлимәте ниндәй йоғонто яһай. Йәһүә шаһиттарының йыйылыштарында яуаплы ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙарҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, уларға ихтирам күрһәтә. Мәсихсе булған ирҙәр, ҡатындарын иғтибар менән тыңлап, уларҙы хөрмәт итә (1 Петр 3:7; Башланмыш 21:12).

Изге Яҙма принциптары ҡатын-ҡыҙҙың бәхетле булыуына булышлыҡ итә

Изге Яҙма принциптары буйынса йәшәгән ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарҙы хөрмәт итә һәм ҡәҙерләй

Мәсихкә оҡшарға тырышҡан ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға Алла баштан уҡ нисек ниәтләгән булһа, шулай ҡарай: уларҙы хөрмәт итә һәм иреген сикләмәй (Башланмыш 1:27, 28). Мәсихсе булған ирҙәргә ирҙәр шовинизмы хас түгел. Улар Изге Яҙма принциптарына таянып эш итә һәм ҡатындарын бәхетле итергә тырыша (Ефестарға 5:28, 29).

Елена, Изге Яҙма өйрәнә башлағас, иренең ҡаты мөғәмәләһенә өндәшмәй генә түҙгән. Уның ире кәләш урлау йолаһы һәм көс ҡулланыу ғәҙәти булған йәмғиәттә үҫкән. Елена былай тип һөйләй: «Изге Яҙманан алған белем миңә көс бирҙе. Минең турала ҡайғыртҡан, мине яратҡан һәм ҡәҙерләгән берәү барлығын аңланым. „Эх, ирем дә Изге Яҙма өйрәнә башлаһа ине! Шул саҡ ул миңә бөтөнләй икенсе төрлө ҡарар ине“, — тип уйланым». Еленаның хыялы тормошҡа ашҡан: уның ире Изге Яҙма өйрәнергә ризалашҡан һәм бер аҙҙан Йәһүә шаһиты булараҡ һыуға сумдырылған. «Ул тотанаҡлыҡ һәм сабырлыҡ өлгөһө булып китте, — ти Елена. — Беҙ бер-беребеҙҙе кисерергә өйрәндек». Ул былай тип һығымта яһай: «Изге Яҙма принциптары ярҙамында мин үҙемде кәрәкле һәм яҡлаулы итеп тоям» (Колосстарға 3:13, 18, 19).

Еленаның осрағына оҡшаш осраҡтар күп. Мәсихсе булған миллионлаған ҡатындар никахта бәхетле, сөнки улар һәм уларҙың ирҙәре Изге Яҙма принциптарын ҡулланырға тырыша. Имандаштары араһында уларға рәхәт, улар үҙҙәрен ирекле хис итә һәм ҡәрҙәштәренең хөрмәтен тоя (Яхъя 13:34, 35).

Мәсихсе булған ирҙәр ҙә, ҡатындар ҙа үҙҙәренең гонаһлы, камил түгел икәндәрен таный. Әммә, ҡайғыртыусан Аталары Йәһүәгә яҡынлашҡанға, уларҙың, киләсәктә гонаһтан ҡотолоп, ысын тормошҡа кинәнеп йәшәргә өмөтө бар. Ниндәй матур өмөт бүләк итә Хоҙай ирҙәргә лә, ҡатындарға ла! (Римдарға 8:20, 21).