Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Мәңгелек шатлыҡ

Мәңгелек шатлыҡ

(Зәбур 16:11)

Күсереп алыу:

  1. 1.Зәңгәр күктә емелдәшә

    Сағыу йондоҙҙар,

    Таң нурында иркәләнә

    Көмөш ысыҡтар.

    Һин булдырған бөтә нәмә

    Бар донъяны йәмгә күмә,

    Шатлыҡ килтерә.

    ҠУШЫМТА

    Хәҡиҡәт һүҙен беләбеҙ,

    Ожмахҡа өмөтләнәбеҙ —

    Йөрәктә ысын шатлыҡ!

    Әммә иң ҡиммәтлеһе ул —

    Ғәжәйеп мөхәббәтең ул.

    Бына был иң ҙур байлыҡ,

    Был мәңгелек шатлыҡ!

  2. 2. Һәр көн бирәһең, Йәһүә,

    Ғәжәп бүләктәр:

    Йәмле кистәр, гөл-сәскәләр,

    Сылтыр шишмәләр.

    Беҙ мәңге йәшәһен өсөн,

    Һин мул биргәнһең һәммәһен.

    Беҙ бик рәхмәтле!

    ҠУШЫМТА

    Хәҡиҡәт һүҙен беләбеҙ,

    Ожмахҡа өмөтләнәбеҙ —

    Йөрәктә ысын шатлыҡ!

    Әммә иң ҡиммәтлеһе ул —

    Ғәжәйеп мөхәббәтең ул.

    Бына был иң ҙур байлыҡ,

    Был мәңгелек шатлыҡ!

    КҮСЕШ

    Улың беҙҙең өсөн биргән

    Камил ғүмерен.

    Ҙур хаҡ түләп, ул юл асҡан

    Ошо мәңгелек шатлыҡҡа.

    ҠУШЫМТА

    Хәҡиҡәт һүҙен беләбеҙ,

    Ожмахҡа өмөтләнәбеҙ —

    Йөрәктә ысын шатлыҡ!

    Әммә иң ҡиммәтлеһе ул —

    Ғәжәйеп мөхәббәтең ул.

    Бына был иң ҙур байлыҡ,

    Был мәңгелек шатлыҡ!

    ҠУШЫМТА

    Хәҡиҡәт һүҙен беләбеҙ,

    Ожмахҡа өмөтләнәбеҙ —

    Йөрәктә ысын шатлыҡ!

    Әммә иң ҡиммәтлеһе ул —

    Ғәжәйеп мөхәббәтең ул.

    Бына был иң ҙур байлыҡ,

    Был мәңгелек шатлыҡ!

(Зәб. 37:4; 1 Кор. 15:28-ҙе лә ҡара.)