Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

158-СЕ ЙЫР

«Һуңға ҡалмаясаҡ!»

«Һуңға ҡалмаясаҡ!»

(Абаҡум 2:3)

  1. 1. Ниндәй матурлыҡ ҡайҙа ҡарама,

    Ғәжәп эштәрең беҙҙе һоҡландыра.

    Бөтә ер йөҙөн үҙ ваҡытында

    Ожмах баҡсаһы итерһең, Йәһүә.

    ҠУШЫМТА

    Бир түҙемлек беҙгә һәм ышаныс өҫтә

    Шул ваҡытты көтөргә.

    Көн дә ҡояш ҡалҡа — бер көн ожмах була!

    Беҙ шикләнмәйбеҙ быға,

    Ҡалмаҫ ул һуңға!

  2. 2. Үлгәндәр торор бер саҡ ожмахта,

    Һин бик уларҙы теләйһең күрергә.

    Сабырлыҡ менән был көндө беҙгә

    Үҙең көткәндәй ярҙам ит көтөргә.

    ҠУШЫМТА

    Бир түҙемлек беҙгә һәм ышаныс өҫтә

    Шул ваҡытты көтөргә.

    Көн дә ҡояш ҡалҡа — бер көн ожмах була!

    Беҙ шикләнмәйбеҙ быға,

    Ҡалмаҫ ул һуңға!

  3. 3. Эскерһеҙ йөрәк ҙур хазиналай,

    Эҙләйһең уны ынйы эҙләгәндәй.

    Беҙ ҙә һәр кемгә арымай-талмай

    Өмөт хәбәрен һөйләйбеҙ, эй Хоҙай.

    ҠУШЫМТА

    Бир түҙемлек беҙгә һәм ышаныс өҫтә

    Шул ваҡытты көтөргә.

    Көн дә ҡояш ҡалҡа — бер көн ожмах була!

    Беҙ шикләнмәйбеҙ быға,

    Ҡалмаҫ ул һуңға!

    Көс бир сабыр булырға!

(Кол. 1:11-ҙе лә ҡара.)