Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

УН АЛТЫНСЫ БҮЛЕК

Ул аҡыллы, ҡыйыу һәм фиҙаҡәр булған

Ул аҡыллы, ҡыйыу һәм фиҙаҡәр булған

1—3. а) Ире ултырған тәхеткә табан барғанда, Әсфирә нимә кисерә? б) Батша Әсфирәне нисек ҡабул итә?

ӘСФИРӘ, әкрен генә атлап, тәхеткә яҡынлаша. Уның йөрәге күкрәгенән сығып китерҙәй булып, дөп-дөп тибә. Шушан һарайының ғәйәт ҙур тәхет залында шул тиклем тәрән тынлыҡ урынлаша, Әсфирә хатта үҙенең һәр бер аҙымын һәм зиннәтле батша кейеменең ҡыштырлауын ишетә. Ул батша һарайының бай йыһазына — мөһабәт колонналарға, ливан ағасынан яһалған һырлы түбәләргә бер ҙә иғтибар итмәй китеп бара. Сөнки уның бөтә иғтибары тәхеттә ултырған кешегә тупланған. Эйе, Әсфирәнең ғүмере ошо кешенең ҡулында.

2 Ахашверош иғтибар менән Әсфирәнең яҡынлашып килеүен күҙәтеп, уға табан алтын скипетрын һуҙа. Батшаның ошо ябай ғына ҡул хәрәкәте Әсфирәнең тере ҡаласағын аңлата. Шулай итеп батша уны кисерә — янына саҡырылмаған көйө килеп баҫҡаны өсөн уға яза бирмәй. Әсфирә тәхеткә яҡынлашҡас, рәхмәтле булыуын күрһәтеп, батша скипетрының осона ҡағыла (Әсф. 5:1, 2).

Әсфирә үҙенә күрһәтелгән шәфҡәтлек өсөн рәхмәтле булған

3 Ахашверош батшаның тышҡы ҡиәфәтенән уның иҫәпһеҙ-хисапһыҙ байлыҡҡа һәм ҙур хакимлыҡҡа эйә булыуы күренә. Ул ваҡытта йәшәгән Фарсы батшаларының кейемдәре, бөгөнгө аҡса менән иҫәпләгәндә, йөҙәрләгән миллион доллар торған. Шулай ҙа иренең күҙҙәрендә йылылыҡ һиҙеп, Әсфирә уның күңел түрендәге яратыуын тоя. Батша: «Ни булды, Әсфирә батшабикә? Ниндәй үтенесең бар? Хатта батшалығымдың яртыһын һораһаң да, һиңә бирелер!» — ти (Әсф. 5:3).

4. Әсфирәгә ниндәй ауыр йөкләмәне башҡарырға кәрәк?

4 Әсфирә, үҙенең халҡын һәләкәттән ҡотҡарыр өсөн, батша янына бара һәм шулай итеп ғәжәп иман менән батырлыҡ күрһәтә. Батша уны ҡабул итһә лә, иң ауыры алда әле. Аман, батшаны алдап, йәһүд халҡын һәләкәткә дусар иткән. Әсфирәгә ғорур ирен ышаныслы кәңәшсеһенең шундай яуыз кеше булыуына нисек ышандырырға? Беҙ Әсфирәнең миҫалынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?

Ул «һөйләү ваҡытын» һайлай белгән

5, 6. а) Әсфирә Вәғәзсе 3:1, 7-ләге принципты нисек ҡуллана? б) Ире менән һөйләшкәндә, Әсфирә аҡыллылыҡ сифатын нисек сағылдыра?

5 Батшаға барыһын һарай хеҙмәтселәре алдында һөйләп бирергәме? Әгәр Әсфирә шулай эшләһә, ул кешеләр алдында иренең дәрәжәһен төшөрөп, Аманға үҙен аҡларға мөмкинлек бирер ине. Әсфирә нисек эш итер? Бер нисә быуат элек аҡыллы Сөләймән батша Алла тарафынан рухландырылып бындай һүҙҙәр яҙған: «Барлыҡ нәмәнең үҙ ваҡыты бар. ...Өндәшмәү ваҡыты бар һәм һөйләү ваҡыты бар (Вәғ. 3:1, 7). Күрәһең, Алланан ҡурҡып йәшәгән Мардаҡай, Әсфирәне тәрбиәләп үҫтергәндә, уны шундай принциптарға өйрәткән. Һис шикһеҙ, Әсфирә «һөйләү ваҡытын» һайлай белергә кәрәклеген аңлаған.

6 Әсфирә: «Батша хуп күрһә, бөгөн Аман менән бергә мин ойошторған мәжлескә килһен», — ти (Әсф. 5:4). Батша ризалаша һәм мәжлескә үҙе менән Аманды ала. Ни ҡәҙәр Әсфирә аҡыллылыҡ менән эш итә! Ул иренең абруйын төшөрмәй һәм, үҙенең борсолоуҙары тураһында һөйләр өсөн, уңайлы ваҡыт һәм уңайлы урын һайлай. (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:19-ҙы уҡы.)

7, 8. Мәжлестең беренсе көнө нисек үтә, һәм ни өсөн Әсфирә үҙенең үтенесен батшаға әйтмәй?

7 Әсфирә, иренең күңелен табыр өсөн, һис шикһеҙ, мәжлесте бик яҡшы итеп әҙерләй. Ҡунаҡтарҙың кәйефен күтәрер өсөн, табынға иң яҡшы шарап ҡуйыла (Зәб. 104:15). Ахашверош батшаға барыһы ла оҡшай. Ул ҡабат Әсфирәнән үтенесе тураһында һорай. Ә, бәлки, тап ошо мәл «һөйләү ваҡытылыр»?

8 Әсфирә шулай уйламай. Ул батша менән Аманды иртәгәһе көнгә лә мәжлескә саҡыра (Әсф. 5:7, 8). Ни өсөн ул оҙаҡҡа һуҙа һуң? Онотмайыҡ, батшаның фарманы буйынса, Алла халҡы юҡ ителергә тейеш. Әсфирә һөйләү өсөн дөрөҫ ваҡыт һайламаһа, күп кеше һәләк буласаҡ. Шуға күрә Әсфирә, һөйләү өсөн уңайлы ваҡыттың килеп еткәненә инаныр өсөн һәм иренә уны ни тиклем ныҡ ҡәҙерләгәнен йәнә күрһәтер өсөн, тағы бер аҙ көтөп торорға була.

9. Ни өсөн сабырлыҡ ҡиммәтле сифат, һәм сабырлыҡ тураһында әйткәндә, беҙ Әсфирәнән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

9 Сабырлыҡ — бик ҡиммәтле һәм һирәк осрай торған сифат. Әсфирә бик ныҡ борсолһа ла һәм батшаға шунда уҡ барыһын да һөйләп бирергә теләһә лә, ул сабырлыҡ күрһәтеп уңайлы ваҡытты көткән. Беҙ уның миҫалынан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Һәр беребеҙ ваҡыт-ваҡыт хәл ителеүҙе талап иткән проблемаларҙы күрергә мөмкин. Әгәр хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙең шул проблемаларҙы хәл итеүҙәрен теләһәк, беҙгә Әсфирәнең үрнәгенә эйәреп, сабыр булырға кәрәк. Ғибрәтле һүҙҙәр 25:15-тә: «Сабырлыҡ етәксенең күңелен яулай, йомшаҡ тел һөйәкте һындыра» — тип әйтелә. Беҙ ҙә, Әсфирә һымаҡ, уңайлы ваҡытты сабырлыҡ менән көтһәк һәм йомшаҡ итеп һөйләшһәк, һөйәктәй ҡаты ҡаршылыҡтарҙы еңә алырбыҙ. Йәһүә Алла Әсфирәне сабырлығы һәм аҡыллылығы өсөн фатихалағанмы?

Сабырлыҡ ғәҙеллеккә юл аса

10, 11. Ни өсөн мәжлестән һуң Амандың кәйефе боҙола, һәм ҡатыны менән дуҫтары уға ниндәй кәңәш бирә?

10 Әсфирә үҙен сабыр тотҡанға, ваҡиғалар көтөлмәгән боролош ала. Аман, батша менән батшабикәнең илтифатын ҡаҙанған тип уйлап, «мәжлестән шатланып һәм күтәренке күңел менән» сығып китә. Әммә батша һарайынан сығып барғанда, ул Мардаҡайҙы — уның алдында һаман да баш эйергә теләмәгән йәһүдте күреп ҡала. Үткән бүлектән белгәнебеҙсә, бының сәбәбе — Мардаҡайҙың Аманды хөрмәт итмәүе түгел, ә уның үҙ выжданын саф килеш һаҡлау һәм Йәһүә Алла менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булыу теләге. Шулай булһа ла, Амандың уға «асыуы сыға» (Әсф. 5:9).

11 Аман был турала ҡатыны менән дуҫтарына һөйләй. Улар уға 22 метрлыҡ бағана әҙерләргә лә, батшанан рөхсәт алып, Мардаҡайҙы шул бағанаға аҫып ҡуйырға кәңәш итә. Был тәҡдим Амандың күңеленә хуш килә һәм ул шунда уҡ бағана ҡуйырға бойороҡ бирә (Әсф. 5:12—14).

12. Ни өсөн батша тарихи яҙмалар китабын уҡырға ҡуша һәм уға нимә мәғлүм була?

12 Шул уҡ көндөң төнөндә батша ни өсөндөр йоҡлап китә алмай. Изге Яҙмаларҙа: «Батшаның йоҡоһо ҡасты», — тиелә. Шунда батша тарихи яҙмалар китабын килтерергә лә, уны ҡысҡырып уҡырға ҡуша. Ул китапта ике кешенең яуыз ниәт ҡороп, Ахашверошты үлтерергә йыйынғаны тураһында яҙылған була. Батша был ваҡиғаны иҫенә төшөрә. Теге ике кеше ҡулға алынған һәм язаға тарттырылған. Ә батшаға ошо яуыз ниәт тураһында хәбәр иткән Мардаҡай менән нимә булған? Батша, Мардаҡайға ниндәй хөрмәт күрһәтелде һәм ниндәй бүләк бирелде, тип һорай. Хеҙмәтселәре, Мардаҡайға «бер ниндәй ҙә» бүләк бирелмәне, тип яуаплай. (Әсфирә 6:1—3-тө уҡы.)

13, 14. а) Аман нисек еңелә башлай? б) Ҡатыны менән дуҫтары Аманға нимә ти?

13 Тыныслығын юғалтҡан батша, түрәләрҙең ҡайһыһы ошо иғтибарһыҙ ҡалдырылған эште төҙәтергә ярҙам итер, тип һорай. Таң һарыһынан уҡ батша һарайына кем килгән тиһәң, Аман килгән икән. Уның, әлбиттә, Мардаҡайҙы аҫып ҡуйыр өсөн батшанан рөхсәт алғыһы килә. Әммә Аман ауыҙын асып өлгөрөр-өлгөрмәҫтән, Ахашверош унан, батша илтифатын ҡаҙанған кеше нисек бүләкләнергә тейеш, тип һорай. Аман иһә, үҙе тураһында һүҙ бара тип уйлап, тантаналы йөрөш уйлап сығара: ундай кешене батша кейемдәренә кейендереп, батша атына атландырырға кәрәк. Ә атаҡлы түрә шул кешене бөтә халыҡ ишетерлек итеп маҡтау һүҙҙәрен ҡысҡыра-ҡысҡыра Шушан ҡалаһы буйлап йөрөтөргә тейеш. Һүҙ Мардаҡай тураһында барғанын белгәс, Амандың сырайы ни тиклем үҙгәреп киткәнен күҙ алдыңа килтерә алаһыңмы? Ә Мардаҡайға ундай хөрмәтте кем күрһәтергә тейеш һуң? Аман үҙе! (Әсф. 6:4—10)

14 Батшаның был бойороғо Аманды хурлыҡҡа төшөрә. Ул уны теләр-теләмәҫ кенә үтәп, өйөнә ҡайтырға ашыға. Ваҡиғаларҙың шундай киҫкен боролош алғанын белгәс, ҡатыны менән дуҫтары Аманға бер тауыштан, Мардаҡайға ҡаршы көрәшеүҙә еңеләсәкһең, тип әйтә (Әсф. 6:12, 13).

15. а) Әсфирәнең сабырлығы ниндәй һөҙөмтәгә килтерә? б) Ни өсөн «сабырлыҡ менән көтөү» — аҡыллылыҡ менән эш итеү тигән һүҙ?

15 Шулай итеп, үтенесен әйтмәйенсә тағы бер көн сабыр итеп, Әсфирә Амандың еңелеүенә килтергән ваҡиғаларға юл асҡан. Кем белә, бәлки, батшаның йоҡоһон Йәһүә ҡасырғандыр (Ғиб. һүҙ. 21:1). Алла Һүҙендә, «сабырлыҡ менән көтөгөҙ», тип юҡҡа ғына әйтелмәй. (Михей 7:7-не уҡы.) Әгәр ҙә беҙ Алланы көтһәк, ауырлыҡтарыбыҙҙың үҙебеҙ уйлағандан да яҡшыраҡ хәл ителә алғанын күрербеҙ.

Ул ҡыйыулыҡ менән эш иткән

16, 17. а) Әсфирәгә «һөйләү ваҡыты» ҡасан килеп етә? б) Әсфирә батшаның элекке ҡатынынан нимә менән айырылып тора?

16 Әсфирә батшаның түҙемлеген башҡа һынамаҫҡа һәм иртәгәһе көндө барыһын да уға һөйләп бирергә була. Әммә быны нисек эшләргә? Мәжлес ваҡытында батша Әсфирәнән үтенесе тураһында ҡабат һорағас, барыһын һөйләп бирер өсөн яҡшы мөмкинлек тыуа (Әсф. 7:2). Бына хәҙер ысынлап та «һөйләү ваҡыты» килеп етте!

17 Күҙ алдыбыҙға килтерәйек: батша менән һөйләшер алдынан Әсфирә эстән генә Аллаға доға ҡыла. Ә шунан һуң: «Эй батша, һинең алда илтифат ҡаҙанһам һәм батша дөрөҫ тип тапһа, үтенәм: йәнемде һәм халҡымды ҡотҡарсы», — тип батшаға мөрәжәғәт итә (Әсф. 7:3). Иғтибар ит: Әсфирә батшаны сығарған ҡарарҙарын хөрмәт иткәненә ышандыра. Ни тиклем ул батшаның элекке ҡатынынан, ирен махсус рәүештә кәмһеткән Вәшти батшабикәнән, айырылып тора! (Әсф. 1:10—12) Бынан тыш, Әсфирә ирен Амандан алданғаны өсөн ғәйепләмәй. Ул батшанан үҙен һәм халҡын үлемдән ҡотҡарыуын ғына үтенә.

18. Әсфирә батшаға барыһын нисек һөйләп бирә?

18 Ундай үтенес батшаны, һис шикһеҙ, шаҡ ҡатыра. Кем батшабикәнең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға баҙнат иткән? Әсфирә һүҙен дауам итеп: «Беҙ, мин һәм бөтөн халҡым, юҡ ителеү, үлтерелеү һәм һәләк ителеү өсөн һатылғанбыҙ. Әгәр беҙҙе ҡолдар һәм хеҙмәтсе ҡыҙҙар итеп һатҡан булһалар, мин бер һүҙ ҙә әйтмәҫ инем. Ләкин бындай бәләгә юл ҡуйырға ярамай, сөнки батша үҙе лә бынан зыян күрер», — ти (Әсф. 7:4). Иғтибар ит: Әсфирә үҙен борсоған хәл тураһында асыҡтан-асыҡ әйтеп бирә, һәм әгәр ҙә уларға ҡоллоҡҡа һатылыу янаған булһа, ул бер нәмә лә әйтмәҫ ине тип өҫтәй. Ләкин бер халыҡтың тотош ҡырылыуынан батша үҙе лә ҙур зыян күрер ине, ә был хаҡта өндәшмәй ҡалып булмай.

19. Кешеләрҙе инандырыу тураһында әйткәндә, беҙ Әсфирәнән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

19 Башҡаларҙы инандырыу тураһында әйткәндә, беҙ Әсфирәнән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Яҡын кешебеҙгә йә хатта хакимлыҡҡа эйә булғандарға үҙебеҙҙе борсоған етди мәсьәлә тураһында һөйләгәндә, сабыр, эскерһеҙ булып һәм кеше менән ихтирам күрһәтеп мөғәмәлә итһәк, уңышлы һөҙөмтәгә өлгәшеүебеҙ ихтимал (Ғиб. һүҙ. 16:21, 23).

20, 21. а) Әсфирә Аманды нисек фаш итә? б) Фаш ителгән Аман үҙен нисек тота?

20 Ахашверош Әсфирәнән: «Кем ул? Улай эшләргә баҙнат иткән кеше ҡайҙа?» — тип һорай. Әсфирә бармағы менән Аманға төртөп: «Беҙҙең дошманыбыҙ һәм беҙҙе күрә алмаусы — яуыз Аман ул», — ти. Аман өсөн был бөтөнләй ҙә көтөлмәгән хәл була. Уны ҡаты ҡурҡыу солғап ала. Батша, иң ышаныслы кәңәшсеһенән алданып, яратҡан ҡатынын үлемгә дусар иткән фарманға ҡул ҡуйған! Асыуҙан батша ҡыҙарып-бүртенеп китә. Ярһыуына түҙә алмай ул ҡапыл урынынан ҡалҡына ла, тынысланыр өсөн, баҡсаға сығып китә (Әсф. 7:5—7).

Әсфирә Амандың яуыз ниәтен ҡурҡмайынса фаш иткән

21 Фаш ителгән Аман ҡурҡышынан Әсфирәнең аяғына ташлана. Шул мәлдә батша килеп инә. Ул, Әсфирәнең түшәгенә һырылған Аманды күреп: «Етмәһә, минең йортомда батшабикәне көсләргә йыйынаһыңмы әллә?» — тип ҡысҡырып ебәрә. Был һүҙҙәр Аман өсөн үлем ҡарары булып яңғырай! Шунда уҡ уның битен ҡаплайҙар ҙа алып сығып китәләр. Түрәләрҙең береһе батшаға, Аман Мардаҡайҙы аҫырға йыйынып, бейек бағана әҙерләне, тип әйтә. Шунда Ахашверош батша тап шул бағанаға Амандың үҙен аҫып ҡуйырға бойора (Әсф. 7:8—10).

22. Әсфирәнең миҫалы иманда ныҡ торорға һәм өмөтһөҙлөккә бирелмәҫкә нисек ярҙам итә?

22 Бөгөн, ғәҙелһеҙлек хөкөм һөргән донъяла, ғәҙеллек бер ҡасан да урынлаштырылмаясаҡ һымаҡ тойола. Һеҙҙең дә шундай тойғолар кисергәнегеҙ бармы? Әсфирә иманда ныҡ торған, бер ҡасан да өмөтһөҙлөккә бирелмәгән. Ваҡыт килеп еткәс, ул ҡыйыулыҡ менән дөрөҫлөктө яҡлап сыҡҡан һәм бының өсөн көсөнән килгәндең барыһын эшләгән, ә ҡалғанын Йәһүә ҡулына тапшырған. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә шулай эш итәйек! Йәһүә үҙгәрмәгән. Ул бөгөн дә, Аман осрағында шикелле, яуыз кешеләрҙең мәкерле ниәттәрен үҙҙәренә ҡаршы йүнәлтә ала. (Зәбур 7:11—16-ны уҡы.)

Ул Йәһүә һәм уның халҡы хаҡына фиҙаҡәрлек рухын сағылдырған

23. а) Батша Әсфирә менән Мардаҡайҙы нисек бүләкләй? б) Яҡубтың Бинйәмин тураһындағы пәйғәмбәрлеге нисек үтәлгән? ( «Үтәлгән пәйғәмбәрлек» тигән рамканы ҡара.)

23 Ниһайәт, батшаға Мардаҡайҙың кемлеге билдәле була. Мардаҡай батшаның ғүмерен һаҡлап ҡалыусы ғына түгел, ул — Әсфирәнең ағаһы, уны тәрбиәләп үҫтергән кеше. Ахашверош Мардаҡайҙы Аман урынына билдәләп, батшалыҡта үҙенән һуң икенсе кеше итеп ҡуя. Батша Амандың йортон һәм уның бөтөн байлығын Әсфирәнең ҡулына тапшыра. Әсфирә иһә Мардаҡайҙы Аман йортоноң башлығы итеп билдәләй (Әсф. 8:1, 2).

24, 25. а) Ни өсөн Әсфирә Амандың фаш ителеүенән һуң да тынысланмай? б) Ни өсөн Әсфирә ғүмерен ҡабат ҡурҡыныс аҫтына ҡуя?

24 Хәҙер, Мардаҡай менән үҙенә башҡа үлем янамағас, Әсфирә тыныс ҡына ултыра алғанмы? Юҡ, сөнки ул үҙе тураһында ғына уйламай. Тап ошо ваҡытта сапҡындар империяның бөтә төбәктәренә Амандың йәһүдтәрҙе һәләк итеү тураһындағы фарманын еткерә ине. Үҙенең мәкерле ниәтен тормошҡа ашырыр өсөн иң уңайлы ваҡыт һайларға тырышып, Аман пур, йәғни йәрәбә һалған (күрәһең, спиритизмдың бер төрө) (Әсф. 9:24—26). Ул көнгә тиклем әле бер нисә ай ҡалған булһа ла, ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай. Алла халҡын нисек яҡларға?

25 Әсфирә ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, ҡабат саҡырылмаған көйө батша янына бара. Ул иренән ҡот осҡос фармандың ғәмәлдән сығарылыуын үтенә. Ләкин фарсы батшаһы тарафынан раҫланған ҡанунды йә фарманды бер кем дә ғәмәлдән сығара алмаған (Дан. 6:12, 15). Шуға күрә батша Әсфирә менән Мардаҡайға йәһүдтәргә үҙҙәрен яҡларға мөмкинлек биргән яңы фарман сығарырға рөхсәт итә. Бына ҙур империяның барса төбәктәренә ҡабат сапҡындар тарала. Әммә был юлы улар йәһүдтәргә өмөт биргән яҡшы хәбәрҙе еткерергә ашыға (Әсф. 8:3—16). Күҙ алдыңа килтер: бөтә империя буйынса йәшәгән йәһүдтәр, үҙҙәрен яҡлар өсөн, ҡораллана һәм һуғышҡа әҙерләнә. Әлбиттә, яңы фарман сыҡмаһа, был һис тә мөмкин булмаҫ ине. Әммә иң мөһиме, «Ғәскәрҙәр Эйәһе Йәһүәнең» үҙенең халҡы менән булыуы (1 Иш. 17:45).

Әсфирә менән Мардаҡай Фарсы империяһындағы йәһүдтәр өсөн фарман сығара

26, 27. а) Йәһүәнең үҙ халҡына биргән еңеүе ни тиклем бөйөк була? б) Амандың улдары үлтерелгәс, ниндәй пәйғәмбәрлек үтәлә?

26 Бына теге ҡурҡыныс көн килеп етә. Алланың халҡы үҙен яҡларға әҙер. Мардаҡайҙың батшанан һуң икенсе кеше итеп ҡуйылғанын белгәс, фарсы түрәләренең күбеһе йәһүдтәр яғына баҫа. Йәһүә үҙенең халҡына бөйөк еңеү бирә. Дошмандар халҡына башҡа зыян килтерә алмаһын өсөн, Йәһүә уларҙы тулыһынса ҡыйрата * (Әсф. 9:1—6).

27 Шулай ҙа, Амандың ун улы әле тере саҡта, Мардаҡай уның йорто менән тыныс ҡына етәкселек итә алмай. Шуға улар ҙа үлтерелә (Әсф. 9:7—10). Шулай итеп Йәһүәнең, амалектар — Алла халҡының яуыз дошмандары юҡ ителәсәк, тигән пәйғәмбәрлеге үтәлә (Ҡан. 25:17—19). Күрәһең, Амандың улдары шул боҙоҡ халыҡтың һуңғы вәкилдәре булған.

28, 29. а) Ни өсөн Алланың ихтыяры буйынса Әсфирә һәм уның халҡы һуғышта ҡатнашырға тейеш булған? б) Әсфирәнең үрнәге беҙгә бөгөн нисек ярҙам итә?

28 Йәш Әсфирәнең нескә яурынына ҙур яуаплылыҡ ятҡан. Мәҫәлән, уға һуғыш һәм ҡан түгеү менән бәйле ҡарарҙар ҡабул итергә тура килгән. Әлбиттә, был еңел булмаған. Әммә был —йәһүд халҡын юҡ ителеүҙән ҡотҡарыу — Йәһүәнең ихтыяры, сөнки тап шул халыҡтан вәғәҙә ителгән Мәсих килергә тейеш булған. Ә уның аша ер йөҙөндә йәшәгән һәммә кеше ҡотолоуға өмөт аласаҡ (Баш. 22:18). Ләкин Ғайса Мәсих ерҙә йәшәгәндә үҙенең шәкерттәрен һуғыш хәрәкәттәрендә ҡатнашыуҙан тыйған, һәм бөгөн Алланың хеҙмәтселәре Ғайсаның шул әмерен теләп үтәй (Мат. 26:52).

29 Шулай ҙа беҙ бөгөн рухи һуғышта ҡатнашабыҙ, сөнки Шайтан бөтә көскә мәсихселәрҙең Аллаға иманын ҡаҡшатырға тырыша. (2 Коринфтарға 10:3, 4-те уҡы.) Әсфирәнең үрнәге беҙҙең өсөн ҙур фатиха! Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә кешеләрҙе инандырғанда, сабырлыҡ һәм аҡыллылыҡ күрһәтәйек, иманда ныҡ торайыҡ һәм, ҡыйыулыҡ менән фиҙаҡәрлек сағылдырып, Алла халҡын яҡлайыҡ!

^ 26 абз. Батша йәһүдтәргә иртәгәһе көндө лә дошмандарына ҡаршы көрәшергә рөхсәт итә (Әсф. 9:12—14). Йәһүдтәр беҙҙең көндәрҙә лә йыл һайын ошо еңеүҙе иҫкә алып, Адар айында (февраль аҙағы — март башына тура килә) Пурим байрамын үткәрә. Был байрамдың Пурим тип аталыуы Амандың йәһүд халҡын юҡ итер өсөн йәрәбә һалыуы менән бәйле.