Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

ҺИГЕҘЕНСЕ БҮЛЕК

Күңел һүрелеүенә ҡарамаҫтан, ныҡ булып ҡалған

Күңел һүрелеүенә ҡарамаҫтан, ныҡ булып ҡалған

1. Ни өсөн Шилоны ҡайғы-хәсрәт солғап алған?

ИШМУИЛ Шило ҡалаһын ҡайғы солғап алыуын күрә. Ҡала күҙ йәштәренә батҡан кеүек тойола. Бөтә ерҙән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм балаларҙың һыҡрап илаған тауыштары ишетелә. Улар аталары, тормош иптәштәре, улдары һәм ағай-ҡустылары ҡабат бер ҡасан да ҡайтмаясаҡ тигән хәбәр алған. Беҙгә шул ғына билдәле: израилдәр менән филистиҙәр араһындағы ҡан ҡойғос һуғышта 30 000-гә яҡын Израиль һуғышсыһы һәләк булған, ә бынан аҙ ғына алдараҡ булған башҡа бәрелештә 4 000 израилле үлгән (1 Иш. 4:1, 2, 10).

2, 3. Бер-бер артлы килгән бәләләр Шилоны нисек данынан мәхрүм итә һәм бөтөнләйгә үҙгәртә?

2 Әммә бәләләр әле бының менән генә тамамланмай. Баш рухани Илийҙың яуыз улдары Хөфни менән Пинхәс изге килешеү һандығын Шилонан үҙҙәре менән алып сыға. Ҡиммәтле материалдан яһалған был һандыҡ ғәҙәттә изге сатырҙың Иң изге урынында урынлашҡан булған. Ул Йәһүә Алланың үҙ халҡы менән бергә булыуын символлаштырған. Изге һандыҡ һуғышта беҙҙе һаҡлар һәм еңеү бирер тип уйлап, израилдәр аҡылһыҙ аҙым яһай: улар Һандыҡты һуғыш яланына алып сыға. Ләкин филистиҙәр, Хөфни менән Пинхәсте үлтереп, Һандыҡты үҙҙәре менән алып китә (1 Иш. 4:3—11).

3 Килешеү һандығы быуаттар буйы Шилолағы изге сатырҙа торған. Ә хәҙер Шило изге һандыҡһыҙ ҡала. Был турала ишеткәс, 98 йәшлек Илий ултырған еренән салҡан йығылып үлә. Ә уның шул уҡ көндө тол ҡалған килене бала тапҡанда үлеп китә. Үлер алдынан ул: «Израилде данынан мәхрүм иттеләр», — ти. Был ваҡиғалар Шилоны бөтөнләйгә үҙгәртә (1 Иш. 4:12—22).

4. Беҙ был бүлектә нимәне ҡарап сығырбыҙ?

4 Ишмуил бындай ауыр осорҙо нисек кисереп сығыр? Йәһүәнең хуплауын һәм яҡлауын юғалтҡан халыҡҡа ярҙам итергә уның иманы етерме? Бөгөн ауырлыҡтар һәм күңел һүрелеүҙәр ҡайһы ваҡыт беҙҙең иманыбыҙҙы ла һынай. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, Ишмуилдан нимәгә өйрәнеп була икәнен ҡарап сығайыҡ.

Ул «ғәҙеллек урынлаштырған»

5, 6. Изге Яҙмаларҙа 20 йыллыҡ осор тураһында нимә әйтелә, һәм Ишмуил был ваҡыт дауамында нимә менән мәшғүл булған?

5 Изге Яҙмаларҙың ошо урынында һүҙ Ишмуилдан изге һандыҡҡа күсә. Һандыҡты алып киткәс, филистиҙәр күп ғазап сигә һәм уны кире ҡайтарырға мәжбүр була. Изге Яҙмаларҙа Ишмуил яңынан иҫкә алынғанда, инде 20 йыл үткән була (1 Иш. 7:2). Был йылдарҙа ул нимә менән мәшғүл булған? Беҙгә был хаҡта баш ватырға кәрәкмәй.

Ишмуил үҙенең халҡына ҙур юғалтыу һәм күңел һүрелеүҙе кисереп сығырға нисек ярҙам иткән?

6 Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, 20 йыллыҡ осор башланғансы, Ишмуил Алланың «һүҙен бөтөн Израилгә еткереп торған» (1 Иш. 4:1). Ә ошо осорҙан һуң уның ниҙәр эшләүе былай тасуирлана: уның төрлө бәхәстәрҙе һәм һорауҙарҙы хәл итеү өсөн йылына бер тапҡыр Израилдәге өс ҡалаға барыу ғәҙәте булған. Шунан ул тыуған ҡалаһы Рамаға ҡайта торған булған (1 Иш. 7:15—17). Һис шикһеҙ, Ишмуил был 20 йыл эсендә бик күп эштәр башҡарған.

Изге Яҙмаларҙа Ишмуилдың 20 йыл буйына ниҙәр эшләүе хаҡында әйтелмәһә лә, уның был ваҡытта Йәһүәгә ашҡынып хеҙмәт итеүенә бер ҙә шикләнмәҫкә була

7, 8. а) Ике тиҫтә йыл ашҡынып хеҙмәт иткәндән һуң, Ишмуил халыҡты нимә эшләргә өндәй? б) Халыҡ Ишмуилдың һүҙҙәрен нисек ҡабул итә?

7 Илий улдарының әхлаҡһыҙлығы һәм боҙоҡлоғо израилдәрҙең иманын ҡаҡшата. Күптәр, күрәһең, улар арҡаһында боттарға табына башлай. Хатта ике тиҫтә йыл ашҡынып хеҙмәт иткәндән һуң да Ишмуил халыҡты былай тип өндәй: «Әгәр Йәһүәгә табан бөтөн йөрәгегеҙ менән боролаһығыҙ икән, сит-ят илаһтарҙан һәм Иштар һындарынан арынығыҙ һәм, йөрәгегеҙҙе икеләнмәйенсә Йәһүәгә бороп, фәҡәт уға ғына хеҙмәт итегеҙ, шул саҡта ул һеҙҙе филистиҙәр ҡулынан ҡотҡарыр» (1 Иш. 7:3).

8 «Филистиҙәр ҡулы» израилдәрҙе иҙеп тора. Израиль армияһын тар-мар иткәндән һуң, филистиҙәр, Алла халҡын бер ниндәй язаһыҙ йәберләргә мөмкин, тип уйлай. Әммә Ишмуил халыҡты, яңынан Йәһүәгә боролһағыҙ, барыһы үҙгәрәсәк, тип ышандырырға тырыша. Улар пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен нисек ҡабул итә? Ишмуилдың бәхетенә ҡаршы, улар боттарын ҡалдыра һәм «Йәһүәгә генә хеҙмәт итә башлай». Ишмуил израилдәрҙе Миспәгә — Иерусалимдан төньяҡҡа табан таулы ерҙәрҙә урынлашҡан ҡалаға йыя. Унда улар боттарға табыныуынан тәүбә итеп ураҙа тота. (1 Ишмуил 7:4—6-ны уҡы.)

Филистиҙәр, форсаттан файҙаланып, Йәһүәнең тәүбә иткән һәм бергә йыйылған халҡына һөжүм итергә булған

9. Филистиҙәр ниндәй форсаттан файҙаланырға була, һәм был хаҡта ишеткәс, Алла халҡы нимә эшләй?

9 Ләкин филистиҙәр израилдәрҙең йыйылыуы хаҡында белеп ҡала һәм, форсаттан файҙаланып, Йәһүәнең хеҙмәтселәрен юҡ итер өсөн Миспәгә үҙҙәренең ғәскәрен ебәрә. Был хаҡта ишеткәс, израилдәрҙе ҡурҡыу биләп ала. Улар Ишмуилдан үҙҙәре өсөн доға ҡылыуын үтенә. Ул доға ҡылып Аллаға ҡорбан килтергән саҡта, филистиҙәрҙең ғәскәре Миспә янына килеп етә. Йәһүә Ишмуилдың доғаһына яуап итеп филистиҙәргә асыуын белдерә: «дөбөр-шатыр күк күкрәтә» (1 Иш. 7:7—10).

10, 11. а) Ни өсөн Йәһүә филистиҙәргә яңғыратҡан күк күкрәү, күрәһең, ғәҙәти булмаған? б) Миспә янында булған һуғыш нимәгә килтергән?

10 Филистиҙәрҙең, ябай ғына күк күкрәү тауышын ишетеп, үҙҙәрен ҡурҡыштан әсәһенең итәгенә йәбешкән бәләкәй балалар шикелле тотоуын күҙ алдына ла килтереү ауыр. Улар бит һуғыштарҙа сыныҡҡан көслө яугирҙар булған. Күрәһең, был күк күкрәү ғәҙәти булмаған. Бәлки, ул салт аяҙ көндө күкрәгәндер, йәки уның тауышы тауҙарҙан ҡайтауаз булып яңғырағандыр. Һәр хәлдә, ул, филистиҙәрҙең ҡотон осороп, араларында ҙур сыуалыш килтереп сығара. Күҙ асып йомғансы, һөжүм итеүселәр эҙәрләнеүселәргә әйләнә. Израилдәр, Миспәнән сығып, уларҙы тар-мар итә һәм Иерусалимдан көньяҡ-көнбайышҡа табан күп саҡрымдар эҙәрләп бара (1 Иш. 7:11).

11 Был һуғыш Израиль халҡының тормошон киҫкен үҙгәрткән. Шунан башлап Ишмуил үлгән ваҡытҡа тиклем израилдәр филистиҙәрҙе ҡыҫырыҡлап торған. Алла халҡы үҙенең ҡалаларын бер-бер артлы кире ҡайтарып алған (1 Иш. 7:13, 14).

12. Ниндәй мәғәнәлә Ишмуил «ғәҙеллек урынлаштырған», һәм ни өсөн уның хеҙмәте уңышлы булған?

12 Күп быуаттар үткәндән һуң илсе Паул, «ғәҙеллек урынлаштырған» тоғро хөкөмсөләр һәм пәйғәмбәрҙәр тураһында әйткәндә, Ишмуилды иҫкә алған (Евр. 11:32, 33). Ысынлап та, Ишмуил үҙе лә Алла алдында яҡшы һәм дөрөҫ булған эштәр башҡарған, башҡаларҙы ла шулай эш итергә дәртләндергән. Уның хеҙмәте уңышлы булған, сөнки ул сабырлыҡ менән Йәһүәне көткән һәм, күңеле һүрелеүгә ҡарамаҫтан, үҙенә тапшырылған йөкләмәне тоғро үтәгән. Шулай уҡ ул рәхмәтле кеше булған. Миспәләге еңеүҙән һуң Ишмуил һәйкәл ҡуйған. Был һәйкәл Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡарыуын иҫкә төшөрөп торған (1 Иш. 7:12).

13. а) Ишмуилдан өлгө алырға теләһәк, ниндәй сифаттар үҫтерергә кәрәк? б) Һинеңсә, ундай сифаттарҙы ҡасан үҫтереү яҡшыраҡ?

13 Һин «ғәҙеллек урынлаштырырға» теләйһеңме? Улайһа, Ишмуилдан үрнәк алып, сабыр, баҫалҡы һәм рәхмәтле кеше бул. (1 Петр 5:6-ны уҡы.) Беҙҙең барыбыҙға ла был сифаттарҙы үҫтерергә кәрәк. Ишмуил, йәш саҡтан уҡ шундай сифаттарға эйә булып, уларҙы сағылдырған, шуға күрә олоғайған көндәрендә ул күңеле бөтөнләй һүрелгән саҡтарҙа ла ныҡ булып ҡала алған.

«Улдарың һинең юлдарың буйынса йөрөмәй»

14, 15. а) «Ҡартайғас», Ишмуилдың күңеле нимә арҡаһында һүрелә? б) Ишмуил, Илий кеүек, насар атай булғанмы? Аңлат.

14 Изге Яҙмаларҙа яңынан иҫкә алынғанда, Ишмуил инде «ҡартайған» була. Ул ваҡытта уның инде үҫеп еткән Йәил һәм Абия исемле ике улы була. Ишмуил уларға үҙенә халыҡты хөкөм итергә ярҙам итеү вазифаһын ышанып тапшыра. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар аталарының ышанысын аҡламай. Ишмуил намыҫлы һәм тәҡүә кеше булһа ла, уның улдары, ғәҙеллекте боҙоп һәм ришүәт алып, дәрәжәләрен үҙ файҙаһына ҡуллана (1 Иш. 8:1—3).

15 Бер көндө Израиль өлкәндәре оло йәштәге пәйғәмбәр янына килеп: «Улдарың һинең юлдарың буйынса йөрөмәй», — тип һуҡрана (1 Иш. 8:4, 5). Улдарының насар эштәре тураһында Ишмуил белгәнме? Изге Яҙмаларҙа был хаҡта әйтелмәй. Ләкин Илийҙан айырмалы булараҡ, Ишмуил, әлбиттә, насар атай булмаған. Йәһүә, Илийҙы яуыз улдарын төҙәтмәүе һәм уларҙы Аллаға ҡарағанда күберәк хөрмәт итеүе өсөн хөкөм итеп, уға яза биргән (1 Иш. 2:27—29). Ә Ишмуил тураһында Йәһүә бер ҡасан да ундай һүҙҙәр әйтмәгән.

Улдарының насар юлда йөрөүен белгәс, Ишмуил күңел һүрелеүен нисек еңгән?

16. Буйһонмаусан балаларҙың ата-әсәләре нимә хис итә, һәм улар Ишмуилдың үрнәгенән нисек йыуаныс һәм етәкселек таба ала?

16 Улдарының әҙәпһеҙ тәртибе хаҡында ишеткәс, Ишмуилдың ниндәй ғәрлек һәм борсолоу кисереүе, күңеле ни ҡәҙәр һүрелеүе тураһында Изге Яҙмаларҙа бер нәмә лә әйтелмәй. Әммә күп ата-әсәләр уның нимә хис иткәнен еңел генә күҙ алдына килтерә ала. Йәштәрҙең ата-әсәләренең хакимлығына ҡаршы сығыуы һәм өгөт-нәсихәттәрен һанға һуҡмауы бөгөнгө ауыр заманда ғәҙәти хәл. (2 Тимофейға 3:1—5-те уҡы.) Бындай әрнеү кисергән ата-әсәләр Ишмуилдың үрнәге тураһында уйланып йыуаныс һәм етәкселек таба ала. Улдары боҙоҡ юл һайлаһа ла, Ишмуил Йәһүәгә артабан да тоғро ҡалырға тәүәккәл булған. Иҫеңдә тот: һүҙҙәр һәм өгөт-нәсихәттәр баланың ҡатҡан күңеленә үтеп инә алмаһа ла, ата-әсәнең үрнәге уға барыбер бик көслө йоғонто яһай. Бынан тыш, ата-әсәләр, Ишмуил һымаҡ, һәр ваҡыт үҙҙәренең күктәге аталары Йәһүә Алланы ҡыуандыра ала.

«Беҙҙең өҫтөбөҙҙән батша ҡуй»

17. Израиль өлкәндәре Ишмуилдан нимә талап итә, һәм Ишмуил был хаҡта нимә уйлай?

17 Ишмуилдың улдары ҡомһоҙлоҡтарының һәм үҙ файҙаларын ғына ҡайғыртыуҙарының эҙемтәләрен күҙ алдына ла килтермәгәндер. Израиль өлкәндәре Ишмуилға: «Башҡа халыҡтарҙағы кеүек, беҙҙең өҫтөбөҙҙән батша ҡуй. Ул беҙҙе хөкөм итһен», — тиҙәр. Ишмуил үҙен кире ҡағылған итеп тоямы? Ул бит был халыҡты Йәһүә алдында тиҫтәләгән йылдар буйы хөкөм иткән. Әммә хәҙер израилдәр үҙҙәрен Ишмуил кеүек ябай ғына пәйғәмбәр түгел, ә батша хөкөм итеүен теләй. Тирә-яҡтағы халыҡтарҙың батшалары бар, һәм израилдәр ҙә батшалары булыуын теләй. Ишмуил был хаҡта нимә уйлай? Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, был «Ишмуилға бер ҙә оҡшамай» (1 Иш. 8:5, 6).

18. Йәһүә Ишмуилды нисек йыуата һәм йыуатыу менән бер рәттән израилдәр ҡылған гонаһтың етдилеген нисек күрһәтә?

18 Ишмуил доғала күңелендәген һөйләп биргәс, Йәһүәнең уға нимә тип яуаплауына иғтибар ит: «Халыҡ һиңә ни әйтһә лә, тыңла, сөнки улар һине түгел, ә батша булараҡ мине кире ҡаҡтылар». Һис шикһеҙ, был һүҙҙәр Ишмуилды йыуата, әммә шул уҡ ваҡытта израилдәрҙең үтенесе, күрәһең, Сикһеҙ Ҡөҙрәт Эйәһе Алланы бик ныҡ рәнйетә! Йәһүә үҙенең пәйғәмбәренә кеше араһынан ҡуйылған батшаның идара итеүе нимәгә килтерәсәге хаҡында израилдәрҙе киҫәтергә ҡуша. Ишмуил Алла әйткәнсә эшләгәс, халыҡ үҙһүҙләнеп: «Юҡ, беҙгә батша кәрәк!» — ти. Аллаға һәр ваҡыт тыңлаусан Ишмуил, барып, Йәһүә һайлаған батшаны майлай (1 Иш. 8:7—19).

19, 20. а) Ишмуил Йәһүәнең Шаулды Израиль батшаһы итеп тәғәйенләү тураһындағы йөкләмәһен нисек үтәй? б) Ишмуил Йәһүәнең халҡы хаҡында артабан нисек ҡайғырта?

19 Ләкин Ишмуил Йәһүәнең йөкләмәһен нисек итеп үтәй? Ҡәнәғәтһеҙлек һәм битарафлыҡ менәнме? Ул күңеле һүрелеүгә һәм үпкә хисенә тамыр йәйеп йөрәген ағыуларға рөхсәт итәме? Бындай хәлдә күптәр шулай эшләр ине, әммә Ишмуил үҙен башҡаса тота. Ул Шаулды майлай һәм уны Йәһүә һайлаған кеше итеп таный. Шаулды яңы батша булараҡ сәләмләүен һәм уға буйһоноуын күрһәтеп, Ишмуил уны үбә. Шунан һуң ул халыҡҡа: «Күрәһегеҙме, Йәһүә кемде һайланы? Бөтөн халыҡ араһында ундай кеше юҡ!» — ти (1 Иш. 10:1, 24).

20 Ишмуил иғтибарын Йәһүә һайлаған кешенең көсһөҙ яҡтарына түгел, ә яҡшы яҡтарына туплай. Үҙенә килгәндә иһә, ул үҙгәреүсән кешеләрҙең фекеренә әһәмиәт биреү урынына Алла алдындағы сафлығын күпкә мөһимерәк тип һанай (1 Иш. 12:1—4). Ул шулай уҡ, Алла халҡын рухи ҡурҡыныстар тураһында киҫәтеп һәм уларҙы Йәһүәгә тоғро ҡалырға дәртләндереп, үҙенә тапшырылған йөкләмәне тоғролоҡ менән үтәй. Ишмуилдың киҫәтеүе израилдәрҙең йөрәк түренә үтеп инә, һәм улар унан үҙҙәре өсөн доға ҡылыуын үтенә. Яуап итеп Ишмуил уларға бындай матур һүҙҙәр әйтә: «Һеҙҙең хаҡҡа доға ҡылыуҙан туҡтау уйымда ла юҡ, юғиһә мин Йәһүәгә ҡаршы гонаһ ҡылған булыр инем» (1 Иш. 12:21—24).

Ишмуилдың үрнәге көнсөллөк һәм үпкә тойғоларының йөрәгебеҙҙә тамырланыуына юл ҡуйырға ярамай икәнлеген иҫебеҙгә төшөрә

21. Яуаплы вазифаға үҙеңде түгел, ә башҡа берәүҙе ҡуйғанға күңелең һүрелһә, Ишмуилдың үрнәге һиңә нисек ярҙам итә ала?

21 Һинең ҡасан да булһа яуаплы вазифаға үҙеңде түгел, ә башҡа берәүҙе ҡуйғанға күңелең һүрелгәне булдымы? Ишмуилдың үрнәге көнсөллөк һәм үпкә тойғоларының йөрәгебеҙҙә тамырланыуына юл ҡуйырға ярамай икәнлеген иҫебеҙгә төшөрә. (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:30-ҙы уҡы.) Алла үҙенең һәр тоғро хеҙмәтсеһе өсөн бүләк булырлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерерлек эш таба ала.

«Күпме инде һиңә Шаул тураһында ҡайғырырға була?»

22. Ни өсөн Ишмуил Шаулдың яҡшы яҡтарын күреп хаталанмаған?

22 Ишмуил Шаулдың яҡшы яҡтарын күреп хаталанмаған. Шаул башҡаларҙан айырылып торған: оҙон буйлы, күркәм ҡиәфәтле, шул уҡ ваҡытта батыр, тапҡыр, етмәһә тағы тыйнаҡ һәм баҫалҡы булған (1 Иш. 10:22, 23, 27). Өҫтәүенә, Шаулдың тағы бер ҡиммәтле бүләге — һайлау ирке булған, йәғни ул тормош юлын үҙе һайлай алған һәм үҙе ҡарарҙар ҡабул итә алған (Ҡан. 30:19). Был бүләген ул нисек ҡулланған?

23. Шаул беренсе сиратта ниндәй яҡшы сифатты юғалта һәм тәкәббергә әйләнеүен нисек күрһәтә?

23 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кеше, хакимлыҡҡа эйә булһа, йыш ҡына беренсе сиратта тыйнаҡлығын юғалта. Күп тә үтмәй, Шаул тәкәббер булып китә. Ул Йәһүәнең Ишмуил аша еткергән бойороҡтарын үтәмәй. Бер ваҡыт Шаул, Ишмуилдың ҡорбан килтерергә ниәтләгәнен белһә лә, түҙемһеҙлек күрһәтеп, үҙе ҡорбан килтерә. Ишмуил уға ҡаты шелтә бирергә мәжбүр була һәм, батша хакимлығы Шаулдың ғаиләһенән тартып алынасаҡ, тип пәйғәмбәрлек итә. Ләкин Шаул төҙәлеү урынына, тыңламаусанлыҡ күрһәтеп, тағы ла яуызыраҡ эштәр ҡыла (1 Иш. 13:8, 9, 13, 14).

24. а) Амалектарға ҡаршы яу менән барғанда, Шаул Йәһүәгә буйһонмауын нисек күрһәтә? б) Ишмуил фаш иткәс, Шаул нимә ти, һәм Йәһүәнең ҡарары ниндәй була?

24 Ишмуил аша Йәһүә Шаулға амалектарға ҡаршы яу менән барырға һәм уларҙың яуыз батшаһы Ағаҡты үлтерергә ҡуша. Әммә Шаул Ағаҡты, шулай уҡ юҡ ителергә тейешле табыштың иң яҡшыһын йәлләй. Ишмуил уны фаш итергә тип килгәс, Шаулдың ни тиклем ныҡ үҙгәреүе асыҡлана. Шелтәне баҫалҡы ғына ҡабул итеү урынына ул аҡлана башлай, һүҙҙе икенсегә борорға маташа һәм ғәйепте халыҡ өҫтөнә ауҙарырға тырыша. Язанан ҡотолорға теләп, Шаул халыҡтың табыштың бер өлөшөн Йәһүәгә ҡорбанға килтерергә йыйыныуы хаҡында әйтә. Ишмуил беҙгә яҡшы билдәле булған бындай һүҙҙәр менән яуаплай: «Тыңлаусанлыҡ ҡорбандарҙан... яҡшыраҡ». Шаулды ҡыйыулыҡ менән хөкөм итеп, Ишмуил Йәһүәнең ҡарарын еткерә: Израиль өҫтөнән хакимлыҡ Шаулдан тартып алынасаҡ һәм унан лайыҡлыраҡ башҡа бер кешегә биреләсәк * (1 Иш. 15:1—33).

25, 26. а) Ни өсөн Ишмуил Шаул өсөн борсолоп ҡайғыға бата, һәм Йәһүә Ишмуилдың ҡарашын нисек йомшаҡ ҡына төҙәтә? б) Ишайҙың йортона килгәс, Ишмуил ниндәй һабаҡ ала?

25 Ишмуил Шаулдың тоғролоҡһоҙ булыуын күреп бик ныҡ бошона. Ул төнө буйы был хаҡта Йәһүәгә доға ҡыла. Ишмуил хатта Шаул өсөн борсолоп ҡайғыға бата. Ул, Шаулдың күп яҡшы яҡтарын күреп, уға бик ҙур өмөттәр бағлаған, әммә хәҙер барлыҡ өмөттәре селпәрәмә килә. Шаул инде элекке кеше түгел: ул, үҙенең күркәм сифаттарын юғалтып, Йәһүәгә ҡаршы сыға, шуға күрә Ишмуил уны бүтән күрергә теләмәй. Һуңыраҡ Йәһүә Ишмуилдың ҡарашын йомшаҡ ҡына төҙәтеп: «Күпме инде һиңә Шаул тураһында ҡайғырырға була? Мин Шаулды Израилдә батша тәхетенән мәхрүм иттем. Мөгөҙгә май һал да, бар, мин һине бәйтлеһемле Ишай янына ебәрәм, сөнки уның улдары араһынан мин үҙемә батша һайланым», — ти (1 Иш. 15:34, 35; 16:1).

26 Алла ниәтенең үтәлеше тоғролоҡтарын һаҡлай алмаған кешеләргә бәйле түгел. Берәйһе тоғролоҡһоҙ булып китһә, Йәһүә үҙенең ихтыярын үтәр өсөн башҡа кешене таба ала. Шунлыҡтан оло йәшкә еткән Ишмуил Шаул арҡаһында инде ҡайғырмай башлай. Йәһүәнең ҡушыуы буйынса, Ишмуил Бәйтлеһемгә Ишай йортона китә. Унда ул Ишайҙың мөһабәт килбәтле улдары менән осраша. Ләкин Ишмуил Ишайҙың беренсе улын күргәс, Йәһүә уны кешенең тышҡы ҡиәфәтенә генә ҡарап һығымта яһауҙан киҫәтә. (1 Ишмуил 16:7-не уҡы.) Ахыр сиктә, Ишмуил Ишайҙың иң кесе улы Дауыт менән осраша. Йәһүә тап уны һайлаған икән!

Ишмуил Йәһүә өсөн дауалай алмаҫлыҡ күңел һүрелеүе, хәл итә йә хатта фатихаға әйләндерә алмаҫлыҡ проблема юҡ икәнлеген аңлаған

27. а) Ишмуилдың иманы нимә ярҙамында нығына? б) Ишмуил ҡалдырған үрнәк һиндә ниндәй хистәр уята?

27 Ғүмеренең һуңғы йылдарында Ишмуил Йәһүәнең Шаулды Дауыт менән алмаштырыуының ни тиклем дөрөҫ булыуын тағы ла асығыраҡ күрә. Шаул зәһәр көнсөллөк һәм мөртәтлеккә хәтлем барып етә. Дауыт иһә ҡыйыулыҡ, сафлыҡ, иман һәм тоғролоҡ кеүек күркәм сифаттар сағылдыра. Ғүмеренең ахыры яҡынлашҡан һайын, Ишмуилдың иманы тағы ла нығына бара. Ул Йәһүә өсөн дауалай алмаҫлыҡ күңел һүрелеүе, хәл итә йә хатта фатихаға әйләндерә алмаҫлыҡ проблема юҡ икәнлеген аңлай. Ишмуил, 100 йыл тирәһе ғүмер кисереп, үрнәк булырлыҡ тормош юлы үтә. Бөтөн Израилдең был тоғро кешенең үлеменә ҡайғырып илауы бер ҙә ғәжәп түгел. Хәҙерге көндә Йәһүәнең һәр хеҙмәтсеһе үҙ-үҙенә: «Мин Ишмуилдың иманын өлгө итеп тотаммы?» — тигән һорау бирә ала.

^ 24 абз. Ишмуил Ағаҡты үҙе үлтергән. Был яуыз батша ла, уның ғаиләһе лә мәрхәмәткә лайыҡ булмаған. Быуаттар уҙғандан һуң, Ағаҡтың нәҫеленән, күрәһең, Алла халҡын бөтөнләй юҡ итергә тырышҡан «ағаҡлы Аман» сыҡҡан (Әсф. 8:3; ошо китаптың 15-се һәм 16-сы бүлектәрен ҡара).