Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

БИШЕНСЕ БҮЛЕК

«Инсафлы ҡатын»

«Инсафлы ҡатын»

1, 2. а) Рут ниндәй эш башҡара? б) Рут Алла ҡанунының һәм уның халҡының ниндәй үҙенсәлектәре менән таныша?

РУТ, тубыҡланып, көнө буйы йыйған арпа башаҡтары өҫтөнә эйелгән. Баҫыуҙарға киске эңер төшә. Арыған эшселәр яҡындағы ҡалҡыулыҡ битләүендә урынлашҡан бәләкәй генә Бәйтлеһем ҡалаһына алып барған юлдан өҫкә табан атлай. Ауыр эштән Руттың бөтә тәне һыҙлай, сөнки ул баҫыуҙа иртәнән бирле эшләй. Ләкин Рут бәләкәй таяҡ менән ашлыҡ һуғыуын дауам итә. Арыуына ҡарамаҫтан ул ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә, сөнки көн бик шәп, хатта ул өмөтләнгәндән дә яҡшыраҡ үтте.

2 Был йәш тол ҡатындың тормошо әллә яйға һалына башлағанмы? Бынан алдағы бүлектән белеүебеҙсә, Рут Нәғмиә менән ҡалырға булған. Ул ҡәйнәһен бер ҡасан да ташламаҫҡа һәм Нәғмиәнең Аллаһы Йәһүәне үҙенең Аллаһы итергә вәғәҙә биргән. Шулай итеп яҡындарын юғалтыу ҡайғыһы кисергән был ике ҡатын Бәйтлеһемгә килгән. Тиҙҙән муавлы Рут Йәһүә ҡанунының ярлыларҙы, шул иҫәптән башҡа халыҡ кешеләрен дә кәмһетеүҙән яҡлағанын белеп ҡалған. Ә хәҙер ул шуны ла күрә: Ҡанун буйынса йәшәгән һәм Алла тарафынан өйрәтелгән Йәһүә халҡы үҙенең рухилығы һәм игелеге менән айырылып тора. Быны белеү Руттың яралы күңелен йыуата.

3, 4. а) Бағаз Рутты нисек маҡтаған? б) Руттың үрнәге бөгөн беҙгә нисек ярҙам итә ала?

3 Шундай кешеләрҙең береһе — оло йәштәге Бағаз исемле бай ир. Уның баҫыуында Рут башаҡ йыйҙы. Бөгөн Бағаз уға атайҙарса ихтирам күрһәтте, Нәғмиә хаҡында ҡайғыртыуы һәм һыйыныс эҙләп Йәһүә ҡанаттары аҫтына килеүе өсөн маҡтаны. Уның ошо һүҙҙәрен иҫенә төшөрөп, Рут эстән генә йылмайып ҡуя. (Рут 2:11—14-те уҡы.)

4 Шулай ҙа Рут, моғайын, киләсәге тураһында борсолоп уйланалыр. Нисек ул — сит илдән килгән ирһеҙ һәм балаһыҙ ярлы ҡатын — үҙе һәм Нәғмиә хаҡында ҡайғыртыр? Башаҡ йыйыпмы? Ә олоғайғас, уның үҙен кем ҡарар? Әлбиттә, бындай һорауҙар Рутты хафаға һала алған. Бөгөнгө иҡтисади яҡтан ауыр көндәрҙә лә күптәрҙе ошоға оҡшаш һорауҙар борсой.

Ысын ғаилә ниндәй ул?

5, 6. а) Руттың Бағаздың баҫыуында үткәргән беренсе эш көнө ни тиклем уңышлы була? б) Нәғмиә Рутты нисек ҡаршы ала?

5 Рут ашлыҡ һуғып бөткәс, сама менән бер ефа, йәғни 22 литр (14 килограмм тирәһе) арпа килеп сыға. Ул арпаны төйөнсөккә бәйләп, башына һала ла Бәйтлеһемгә юл тота. Ул арала ҡояш офоҡ артына йәшенергә өлгөрә (Рут 2:17).

6 Нәғмиә килененең ҡайтыуына бик ҡыуана. Ә уның арпа һалынған ауыр төйөнсөгөн күргәс, аптырап китә. Рут шулай уҡ Бағаз үҙенең хеҙмәтселәре өсөн ойошторған табындан ҡалған ризыҡты алып ҡайтып ҡәйнәһенә бирә. Улар ашарға ултыра. Нәғмиә: «Бөгөн ҡайҙа ашлыҡ йыйҙың? Ҡайҙа эшләнең? Һиңә иғтибар иткән кеше фатихалы булһын», — ти (Рут 2:19). Нәғмиә, зирәк һәм һиҙгер ҡатын булараҡ, Руттың ауыр йөгөн күреү менән кемдеңдер уға иғтибар итеп игелек күрһәткәнен аңлай.

7, 8. а) Нәғмиә Бағаздың игелеге аша кемдең ҡайғыртыуын күрә, һәм ни өсөн? б) Рут ҡәйнәһенә тағы нисек тоғро яратыу күрһәтә?

7 Рут ҡәйнәһенә Бағаздың игелеге хаҡында һөйләй башлай. Быны ишетеү менән Нәғмиә: «Тереләрҙе лә, үлеләрҙе лә тоғро яратыуынан мәхрүм итмәгән Йәһүә уға фатихаһын бирһен», — ти (Рут 2:20). Ул Бағаздың игелеге аша Йәһүәнең ҡайғыртыуын күрә, сөнки Йәһүә хеҙмәтселәрен йомарт булырға дәртләндерә һәм башҡаларға күрһәткән игелектәре өсөн фатихаларға вәғәҙә бирә *. (Ғибрәтле һүҙҙәр 19:17-не уҡы.)

8 Нәғмиә Рутты, ураҡсылар рәнйетмәһен өсөн, Бағаз тәҡдим иткәнсә, башаҡтарҙы уның баҫыуында ғына йыйырға һәм уға хеҙмәт иткән йәш ҡатындар янында йөрөргә өндәй. Рут был кәңәште ҡабул итә. Ул шулай уҡ артабан да «ҡәйнәһе менән йәшәй» (Рут 2:22, 23). Ул Нәғмиә янында ҡалып иҫ киткес сифат — тоғро яратыу сағылдыра. Руттың үрнәге беҙҙе бындай һорауҙар тураһында уйланырға дәртләндерә: мин ғаилә мөнәсәбәттәрен ҡәҙерләйемме? Туғандарыма тоғро ҡалып, кәрәк булғанда, уларға ярҙам күрһәтергә тырышаммы? Йәһүә ундай тоғро яратыуҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай.

Рут менән Нәғмиәнең үрнәге ғаиләбеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтә

9. Ғаилә тураһында әйткәндә, Рут менән Нәғмиәнең миҫалынан нимәгә өйрәнеп була?

9 Рут менән Нәғмиәне ысын ғаилә тип атап буламы? Ҡайһы берәүҙәр уйлауынса, ғаиләлә ир, ҡатын, балалар, олатайҙар һәм өләсәйҙәр булһа ғына, ул ысын ғаилә тип һанала. Ләкин Рут менән Нәғмиәнең миҫалы шуны күрһәтә: хатта ике генә кеше лә, яратыу һәм игелек менән тулы йылы мөхит булдырһа, ғаилә була ала. Ғаиләң ҙур булмаһа ла, һин уны ҡәҙерләйһеңме? Ғайса үҙенең шәкерттәрен, мәсихсе йыйылышта хатта ғаиләһеҙ кеше лә үҙен ғаиләлә кеүек тоя ала, тип ышандырған (Марк 10:29, 30).

Рут менән Нәғмиә бер-береһе өсөн таяныс һәм терәк булған

«Ул беҙҙе йолоп алыусыларҙың береһе»

10. Нәғмиә Рутҡа нисек ярҙам итергә теләй?

10 Рут апрель айындағы арпа йыйыу ваҡытынан алып июнь айындағы бойҙай урыуға тиклем Бағаздың баҫыуында башаҡ йыя. Көндәр, аҙналар үтә, Нәғмиә яратҡан килене өсөн нимә эшләй алыуы хаҡында йышыраҡ уйлана. Улар Муавта булғанда, Нәғмиә, Рутҡа яңынан кейәүгә сығырға ярҙам итә алмаясаҡмын, тип һанай ине (Рут 1:11—13). Ләкин хәҙер ул башҡасараҡ уйлай башлай. Нәғмиә Руттан: «Ҡыҙым, бәлки, миңә һинең өсөн йәшәү урыны табырғалыр?» — тип һорай (Рут 3:1). Ул ваҡытта ата-әсәләр балалары өсөн кейәү йәки кәләш эҙләгән, ә Рут Нәғмиә өсөн ҡыҙы кеүек булып киткән. Нәғмиә Рут өсөн «йәшәү урыны», йәғни йорт һәм уны яҡлай, уның хаҡында ҡайғырта алған кейәү табырға теләй. Әммә Нәғмиә нимә эшләй ала?

11, 12. а) Нәғмиә, Бағазды «йолоп алыусы» тип атап, Алла ҡанунының ниндәй күрһәтмәләрен күҙ уңында тота? б) Рут ҡәйнәһенең кәңәшен нисек ҡабул итә?

11 Рут Бағазды беренсе тапҡыр телгә алғанда, Нәғмиә: «Был кеше беҙҙең туғаныбыҙ. Ул беҙҙе йолоп алыусыларҙың береһе», — ти (Рут 2:20). Был һүҙҙәр нимәне аңлата? Израиль халҡына бирелгән Ҡанунда ярлылыҡ йә ҡараусыһын юғалтыу арҡаһында ауырлыҡтар кисереп йәшәгән ғаиләләр тураһында күрһәтмәләр бирелгән булған. Әгәр берәй балаһыҙ ҡатын ирен юғалта икән, уның хәле айырыуса аяныс булған, сөнки берәү ҙә, иренең нәҫелен дауам итеп, уның исемен киләһе быуындар өсөн һаҡлай алмаған. Ләкин, Алла ҡануны буйынса, вафат булған ирҙең туғаны уның ҡатынына өйләнә алған. Уларҙан тыуған бала, мәрхүмдең нәҫелен дауам итеп, ғаиләнең милке тураһында ҡайғырта алған * (Ҡанун 25:5—7).

12 Нәғмиә Рутҡа нимә эшләргә йыйыныуын һөйләп бирә. Күҙ алдыңа килтер, ҡәйнәһен тыңлаған һайын йәш ҡатындың күҙҙәре ҙурая бара. Израилгә бирелгән Ҡанун Рут өсөн әле һаман яңы нәмә, ә күпселек йолалар аңлайышһыҙ. Әммә ул Нәғмиәгә ҙур ихтирам менән ҡарай һәм уның һәр һүҙенә ҡолаҡ һала. Нәғмиәнең кәңәше Рутты уңайһыҙ, хатта кәмһетеүле хәлдә ҡалдыра алһа ла, ул ризалаша һәм тыйнаҡ ҡына: «Барыһын да һин ҡушҡанса эшләрмен», — ти (Рут 3:5).

13. Ололарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыу тураһында әйткәндә, Руттан нимәгә өйрәнеп була? (Әйүп 12:12-не лә ҡара.)

13 Ҡайһы саҡта йәштәргә олораҡ һәм тәжрибәлерәк кешеләр биргән кәңәш буйынса эш итеү ауыр була. Улар, ололар йәштәрҙең ауырлыҡтарын аңлап бөтөрмәй, тип уйларға мөмкин. Руттың баҫалҡылығы беҙҙе яратҡан һәм беҙгә яҡшылыҡ ҡына теләгән ололарҙың аҡыллы һүҙҙәренә ҡолаҡ һалыу яҡшы емештәр килтереүен иҫебеҙгә төшөрә. (Зәбур 71:17, 18-ҙе уҡы.) Әммә Нәғмиә килененә ниндәй кәңәш бирә, һәм Рут уның кәңәшен тотҡаны өсөн бүләкләнәме?

Рут ырҙын табағына бара

14. Ырҙын табағы нимә ул, һәм унда ниндәй эш башҡарылған?

14 Шул уҡ кис Рут ырҙын табағына бара. Ырҙын табағы — ашлыҡ һуғыу, елгәреү өсөн таҡырлап эшләнгән майҙан. Ул, ғәҙәттә, ҡалҡыулыҡ башында йә уның битләүендә урынлашҡан булған, сөнки кискә ҡарай унда көслө ел күтәрелгән. Ашлыҡты кәбәк менән һаламдан былай айырғандар: эшселәр һуғылған ашлыҡты ҙур һәнәктәр һәм көрәктәр менән һауаға ырғытҡан, һәм ел еңел кәбәкте осороп алып киткән, ә ауырыраҡ ашлыҡ ергә төшкән.

15, 16. а) Бағаз ырҙын табағында эшен бөтөргәс булған хәлдәрҙе һөйләп бир. б) Бағаз аяғы осонда Рут ятҡанын нисек һиҙеп ҡала?

15 Рут сабыр ғына ырҙындағы эштең тамамланыуын көтә. Бағаз эшселәрҙең ашлыҡ елгәреүен күҙәтә. Тора-бара ашлыҡ ҙур өйөмгә әйләнә. Яҡшы ғына ашап алғас, Бағаз өйөмдөң бер ситенә барып ята. Күрәһең, шулай итеп игенселәр уңышты ҡараҡтарҙан һаҡлаған. Рут Бағаздың йоҡларға ятҡанын күрә. Нәғмиәнең кәңәшен ғәмәлгә ашырырға ваҡыт етә.

16 Рут ипләп кенә Бағаз йоҡлаған урынға яҡынлаша, ә үҙенең йөрәге ярһып тибә. Бағаздың тигеҙ тын алыуынан Рут уның тәрән йоҡоға талыуын аңлай. Нәғмиә әйткәнсә, Рут юрғанды бер аҙ асып, Бағаздың аяҡ осона ята ла көтә башлай. Күпмелер ваҡыт үтә. Бәлки, Рутҡа был ваҡыт мәңгелек булып тойолғандыр. Ниһайәт, төн уртаһында Бағаз өшөп уяна. Аяғын рәтләберәк ябырға теләп ҡалҡынһа, эргәһендә кемдеңдер барлығын һиҙеп ҡала. Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Бағаз «күтәрелеп ҡараһа, аяҡ осонда бер ҡатын ята!» (Рут 3:8)

17. Руттың эш итеүен әҙәпһеҙ тип һанаған кешеләр ниндәй ике ябай нәмәне иҫәпкә алмай?

17 «Кем һин?» — тип һорай Бағаз. Рут ҡурҡыуҙан ҡалтыраған тауыш менән былай ти: «Мин Рут, һинең хеҙмәтсең. Мине, хеҙмәтсеңде, ҡанатың аҫтына алсы, һин бит йолоп алыусы» (Рут 3:9). Бөгөн Изге Яҙмаларҙың ҡайһы бер белгестәре Руттың эштәрендә һәм һүҙҙәрендә енси әхлаҡһыҙлыҡ сағыла тип һанай, әммә улар ике ябай нәмәне иҫәпкә алмай. Беренсенән, Рут ул саҡтағы йолалар буйынса эш иткән, ә уларҙың күбеһе хәҙерге заман кешеһенә аңлашылмай. Шуға күрә уның эштәрен бөгөнгө түбән әхлаҡи нормаларға нигеҙләнеп баһалау хата булыр ине. Икенсенән, Бағаздың яуабынан күренгәнсә, ул Руттың эш итеүен әхлаҡи яҡтан саф һәм маҡтауға лайыҡ тип һанаған.

Руттың ниәттәре саф һәм рыяһыҙ булған

18. Бағаз Рутты тынысландырыр өсөн нимә ти һәм уның тоғро яратыуы сағылған ниндәй ике осраҡты иҫкә ала?

18 Бағаз һүҙ башлай, һәм уның йомшаҡ, яғымлы тауышы Рутты һис шикһеҙ тынысландыра. «Эй ҡыҙым, Йәһүә һиңә фатихаһын бирһен. Был юлы һин элеккегә ҡарағанда ла күберәк тоғро яратыу күрһәттең. Байҙар йәки ярлылар араһынан йәш егет эҙләмәнең», — ти Бағаз (Рут 3:10). Руттың «элек» күрһәткән тоғро яратыуы Нәғмиә менән Израилгә ҡайтыуынан һәм уның хаҡында ҡайғыртыуынан ғибәрәт. Бағаз Рутты «был юлы» күрһәткән тоғро яратыуы өсөн дә маҡтай. Ул Рут кеүек йәш ҡатындың үҙенә еңел генә баймы-ярлымы йәш ир таба алыуына иғтибар итә. Ләкин Рут, Нәғмиәнән тыш, уның мәрхүм иренә лә игелек күрһәтергә — тыуған ерендә уның исемен һаҡлап ҡалырға теләй. Бағаздың был йәш ҡатындың фиҙаҡәрлеген күреп тьәҫирләнеүе ғәжәп түгел.

19, 20. а) Ни өсөн Бағаз Рутҡа шунда уҡ өйләнмәй? б) Бағаз нисек Рутҡа игелек һәм уның абруйына иғтибар күрһәтә?

19 Бағаз былай тип дауам итә: «Ҡыҙым, бер ҙә ҡурҡма. Һинең һәр үтенесеңде үтәрмен, сөнки ҡалалағыларҙың һәммәһе һинең инсафлы ҡатын булыуыңды белә» (Рут 3:11). Ул Рутҡа өйләнеү мөмкинлегенә бик шатлана. Бағаз, күрәһең, Руттың йолоп алыусы булыу тураһындағы үтенесенә әллә ни ғәжәпләнмәй. Ләкин ул, тәҡүә кеше булараҡ, үҙ теләктәре тураһында ғына уйлап эш итергә йыйынмай. Бағаз Рутҡа тағы бер йолоп алыусы барлығы хаҡында әйтә, ул кеше Нәғмиәнең мәрхүм иренең яҡыныраҡ туғаны булып сыға. Тәүҙә Бағаз, шул ир менән һөйләшеп, уға Рутҡа өйләнергә тәҡдим итергә була.

Рут, башҡаларға игелек һәм хөрмәт күрһәткәнгә, яҡшы абруй ҡаҙанған

20 Бағаз Рутҡа ятып йоҡларға һәм таң атмаҫ борон кеше күҙенә күренмәй генә ҡайтып китергә ҡуша. Ул Руттың һәм үҙенең абруйы хаҡында ҡайғырта, сөнки кешеләр, улар яҡынлыҡ ҡылған, тигән яңылыш һығымтаға килә ала. Рут Бағаздың аяҡ осона ята. Бағаздың игелекле мөғәмәләһе уға, моғайын, еңеллек килтергәндер. Әле ҡараңғы саҡта уҡ Рут ятҡан еренән тора. Бағаз уның өҫ кейеменә күп итеп арпа һала, һәм Рут кире Бәйтлеһемгә юллана. (Рут 3:13—15-те уҡы.)

21. Нимә ярҙамында Рут «инсафлы ҡатын» булараҡ танылған, һәм беҙ унан нисек үрнәк ала алабыҙ?

21 Рут Бағаздың үҙе тураһында әйткән һүҙҙәрен иҫенә төшөрә. Ул уны «инсафлы ҡатын» тип атаны. Был һүҙҙәр уның күңелен йылыта. Шик тә юҡ, Рут, Йәһүә тураһында белергә һәм уға хеҙмәт итергә ынтылғанға, шундай абруй ҡаҙанған. Ул шулай уҡ, Нәғмиәнең хәленә инеп, уға ғәжәйеп игелек күрһәткән һәм уның халҡын ярата башлаған. Рут үҙенә таныш булмаған йолаларҙы теләп ҡабул иткән. Әгәр Руттың иманын өлгө итеп алһаҡ, беҙ ҙә башҡаларға игелек күрһәтергә һәм уларҙың йолаларын хөрмәт итергә тырышырбыҙ. Шул саҡта беҙ ҙә яҡшы абруй ҡаҙанырбыҙ.

Рут өсөн йәшәү урыны

22, 23. а) Ни өсөн Бағаз Рутҡа алты үлсәм арпа бүләк иткән? (Төшөрмәне лә ҡара.) б) Нәғмиә Рутҡа ниндәй кәңәш бирә?

22 Рут өйгә ҡайтҡас, Нәғмиә унан: «Барыһы ла ни менән бөттө, ҡыҙым?» — тип һорай. Был һорауҙы биреп, Нәғмиә, күрәһең, Руттың һаман да тол ҡатын булып ҡалғанмы йәки уның кейәүгә сығырға өмөтө тыуғанмы икәнлеген белергә теләй. Рут ҡәйнәһенә шунда уҡ барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Ул шулай уҡ Бағаздың йомарт бүләген — күп итеп арпа һалынған өҫ кейемен күрһәтә * (Рут 3:16, 17).

23 Был көндө Нәғмиә Рутҡа, баҫыуға барып башаҡ йыйыу урынына, тыныс ҡына өйҙә ултырырға кәңәш итә. Ул Рутты: «Был кеше эште бөгөн үк яйға һалмайынса тынысланмаҫ», — тип ышандыра (Рут 3:18).

24, 25. а) Бағаз үҙенең тәҡүә һәм рыяһыҙ кеше булыуын нисек күрһәтә? б) Рут нисек фатихалана?

24 Нәғмиә яңылышмаған. Бағаз, ҡала ҡапҡаһы янына, ғәҙәттә өлкәндәр йыйылған урынға барып, Нәғмиәнең мәрхүм иренең яҡын туғанын көтә. Шаһиттар алдында Бағаз уға Рутҡа өйләнергә һәм йолоп алыусы булырға тәҡдим итә. Әммә тегеһе, был минең үҙемдең мираҫымды бөлгөнлөккә төшөрәсәк, тип баш тарта. Быны ишеткәс, Бағаз ҡала ҡапҡаһы янындағы шаһиттар алдында, мин Нәғмиәнең мәрхүм ире Илимәликтең милкен һатып алам һәм Илимәликтең улы Махлондың тол ҡатыны Рутҡа өйләнәм, ти. Ул шулай итеп «мәрхүмдең мираҫындағы исемен торғоҙа» алыуына өмөт белдерә (Рут 4:1—10). Ни тиклем тәҡүә һәм рыяһыҙ кеше булған Бағаз!

25 Бағаз Рутҡа өйләнә. Унан һуң нимә булғаны хаҡында Изге Яҙмаларҙа былай тип әйтелә: «Йәһүәнең рәхмәте менән Рут ауырға ҡалды һәм ир бала тапты». Бәйтлеһемдең ҡатындары Нәғмиә өсөн шатлана һәм Рутты ҡәйнәһе өсөн ете улдан да яҡшыраҡ тип маҡтай. Аҙаҡ, белгәнебеҙсә, Руттың улы Дауыт батшаның олатаһы булып киткән (Рут 4:11—22). Ә Дауыт иһә Ғайса Мәсихтең алыҫ олатаһы булған (Мат. 1:1) *.

Йәһүә Рутты фатихалаған: ул Мәсихтең нәҫел шәжәрәһенә ингән

26. Рут менән Нәғмиәнең үрнәге нимәне иҫебеҙгә төшөрә?

26 Йәһүә Рутты ла, Нәғмиәне лә фатихалай. Нәғмиә Руттың балаһын үҙенеке кеүек күрә һәм уны үҫтерергә ярҙам итә. Был ике ҡатындың миҫалы шуны хәтеребеҙгә төшөрә: Йәһүә Алла ауыр эштән оялмаған һәм үҙенә һайлап алынған халҡы менән бергә тоғро хеҙмәт иткән кешеләргә иғтибар итмәй ҡалмай. Йәһүә Бағаз, Нәғмиә, Рут кеүек тоғро кешеләрҙе һәр ваҡыт бүләкләй.

^ 7 абз. Нәғмиәнең һүҙҙәре буйынса, Йәһүәнең игелеге тереләргә генә түгел, ә хатта үлеләргә лә күрһәтелә. Нәғмиә тормош иптәшен һәм ике улын юғалтҡан, Руттың ире вафат булған. Нәғмиә менән Рутҡа күрһәтелгән һәр төрлө игелек, асылда, вафат булған был ирҙәргә лә күрһәтелгән, сөнки улар берәйһенең үҙҙәре өсөн ҡәҙерле булған кешеләр хаҡында ҡайғыртыуын һис шикһеҙ теләр ине.

^ 11 абз. Күрәһең, тол ҡатынға өйләнеү хоҡуғы, мираҫ алыу хоҡуғы һымаҡ, тәүҙә мәрхүмдең ағаларына йә ҡустыларына, ә шунан һуң ғына яҡын туғандарына бирелгән булған (Һандар 27:5—11).

^ 22 абз. Бағаз Рутҡа алты үлсәм арпа биргән (бер үлсәмдең ауырлығы күпме булғаны билдәһеҙ). Шулай эшләп ул, бәлки, шуға ишара яһағандыр: кеше алты көн эшләгәндән һуң шәмбе көндө ял иткән кеүек, Рут та тиҙҙән ирһеҙ үткәргән ауыр хеҙмәт көндәренән һуң ире йортонда «ял» итәсәк. Ә, бәлки, алты үлсәм — тулы алты көрәк тирәһе — Рут күтәрә алған йөк булғандыр.

^ 25 абз. Рут — Ғайса Мәсихтең шәжәрәһендә иҫкә алынған биш ҡатындың береһе. Улар араһында Бағаздың әсәһе Рәхәб тә бар (Мат. 1:3, 5, 6, 16). Рут кеүек, ул да Израиль халҡынан булмаған.